-3 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Беләһеңме?
7 Август , 13:30

Дуҫлыҡ монументындағы башҡорт ҡыҙы

1965 йылдың 7 авгусында Өфөлә Дуҫлыҡ монументы асыла. Башҡортостандың урыҫ дәүләтенә үҙ ирке менән ҡушылыуына 400 йыл тулыуға арналған һәйкәлдә башҡорт ҡыҙын кем һынландырғанын беләһегеҙме?  

Дуҫлыҡ монументындағы башҡорт ҡыҙы
Дуҫлыҡ монументындағы башҡорт ҡыҙы

Зөһрә Моратова ул. Башҡорт википедияһында был турала ентекле яҙылған.

Зөһрә Ғәзиз ҡыҙы Моратова (Ниғмәтуллина) (1924—2006) — Өфөләге Дуҫлыҡ монументында һынландырылған башҡорт ҡыҙы. Филология фәндәре кандидаты, доцент, М.Ломоносов исемендәге Мәскәү университетының атҡаҙанған педагогы.

Зөһрә Ғәзиз ҡыҙы 1924 йылда хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Бишбүләк районы Туҡай ауылында ауылында донъяға килә. Ғәзиз Ярулла улы һәм Ғөбәйҙә Әхмәтвәли ҡыҙы Ниғмәтуллиндарҙың ғаиләһендәге өс баланың иң өлкәне Зөһрә була. Ул Айыт ауылының данлыҡлы Кәримовтар нәҫеленән (әсәһе Ғөбәйҙә билдәле патриот-шағир Ф.Кәримдең бер туған апаһы).

1932 йылда Ниғмәтуллиндар ғаиләһе Өфөгә күсенә. Зөһрә баш ҡаланың 3-сө мәктәбендә белем ала. Ауыр һуғыш йылдарында, күпселек тиҫтерҙәре кеүек, уға ла бик йәшләй эшкә тотонорға тура килә. Мәктәпте тамамлағандан һуң, Өфөләге заводтарҙың береһендә хеҙмәт юлын башлай — деталдәр тулы йәшниктәрҙе ташыу еңелдән булмай.

1942, йәғни илебеҙҙә дәһшәтле Бөйөк Ватан һуғышы барған мәлдә Зөһрә Ниғмәтуллина юғары йортона уҡырға инеү теләге менән Мәскәү ҡалаһына юллана. Студентка Зөһрә көндөҙ Кремль дауаханаһында санитарка булып эшләй, ә кистәрен сит телдәр институтында белем ала, эш араһында шәфҡәт туташтары курсын тамамлай. 1955 йылда Хәмит Моратшин менән яҙмышын бәйләй. Юғары белем алған Зөһрә Ғәзиз ҡыҙы Мәскәүҙәге Гнесиндар исемендәге музыкаль-педагогик институтында инглиз теленән уҡыта.

Башҡортостандың мәҙәниәт министры Вил Кәримов Мәскәүгә барғанда ошо институтта була. Вуз ректоры министрҙы: «Беҙҙә шундай сибәр башҡорт ҡыҙы уҡыта», — тип Зөһрә Моратова менән таныштыра. Был осрашыуҙан һуң Мәскәүҙә эшләгән яҡташыбыҙға Дуҫлыҡ монументын ижад итеүсе скульпторға башҡорт ҡыҙын һынландырырға тәҡдим итәләр. Зөһрә Ғәзиз ҡыҙы тәүҙә баш тарта, тормош иптәше лә риза булмай. Аҙаҡ, һәйкәлдәге ҡыҙҙың милли кейемдә сағылдырыласағын белгәс, ул саҡта ике йәшлек бала әсәһе Зөһрә ханым риза була.

1957 йылда Өфө ҡалаһындағы Дуҫлыҡ монументының тәүге ташы һалына.

Обелискының ике яғында — башҡорт һәм рус ҡатындары һындары. Монументтағы прототиптар — скульптор Михаил Бабуриндың ҡыҙы һәм Мәскәүҙең Гнесин институтында инглиз теле уҡытыусыһы Зөһрә Моратова. «Тулы бер халыҡты кәүҙәләндереү — был юғары абруй. Мин бының өсөн яҙмышыма рәхмәтлемен. Ләкин мин үҙ ролемде арттырып күрһәтергә теләмәйем һәм бер ҡасан да был һәйкәлдә минең ниндәйҙер хеҙмәт өлөшөм бар тип уйлағаным юҡ. Һуңғы ваҡытҡа ҡәҙәр минең Өфөләге Дуҫлыҡ монументына ниндәйҙер мөнәсәбәтем булыуы тураһында бары тик туғандарым һәм ҡайһы бер таныштарым ғына белә ине», — ти ул.

1965 йылдың 7 авгусында Өфөлә бейеклеге 35 метр булған гранит һәйкәлде — Дуҫлыҡ монументын асыу тантанаһында Зөһрә Моратова ҡатнашмай, сөнки ул тормош иптәше менән сит илдә командировкала булып ҡала.

2006 йылда Зөһрә Ғәзиз ҡыҙы Моратованың йөрәге тибеүҙән туҡтай.

Дуҫлыҡ монументындағы башҡорт ҡыҙы
Дуҫлыҡ монументындағы башҡорт ҡыҙы
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: