-21 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Беләһеңме?
18 Ғинуар 2025, 15:55

"Аҡбуҙат"ҡа исемде кем ҡушҡан?

...1989 йылдың мартында «Ағиҙел» журналының баш мөхәррире Булат Рафиҡов бер төркөм яҙыусыларҙы йыйып алды ла: – Бына Мәскәүҙә йөрөп ҡайттым. Бәләкәстәр өсөн журнал хәстәрләгәйнем, килеп сыҡманы. Әйҙәгеҙ, «Ағиҙел» эсендә кескәй­ҙәр өсөн журнал сығара башлайыҡ, унан айырым баҫма асыуға өлгәшербеҙ. Йәш кеше Факиһа, һин яуаплы булыр­һың, – тине.

"Аҡбуҙат"ҡа исемде кем ҡушҡан?
"Аҡбуҙат"ҡа исемде кем ҡушҡан?

Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Факиһа Туғыҙбаеваның тыуыуына – 75 йыл. Шағирәнең һөйләгәндәре менән Фәйрүзә ФӘТ­ҠУЛ­ЛИНА бүлешә:

Кис етһә, апайымды түҙемһеҙләнеп көтөп алам. Сөнки ул әкиәттәрҙе күп белә. Китаптан да уҡый, өләсәйҙең һөйләгәндәрен дә хәтерләй. Миңә – 6 йәш самаһы, ә апайым мәктәптә уҡып йөрөй. Әсәйем колхозда эшләй, кис кенә ҡайта. Мин апайым мәктәптән ҡайтҡансы өйҙә генә ултырам. Тик ултырмайым инде, тәҙрә төбөнә ултырып алам да ҡаршы өйҙәге ҡыҙ менән ҡул бол­ғашабыҙ.
Бер көндө апайым Аҡбуҙат тураһында әкиәт китабы алып ҡайтты. Әкиәт бик оҡшаны. Тыңлап бөткәс: «Әй­ҙә, ишек алдына сығып сәсте өтөп ҡарайыҡ, теге ҡанатлы ат килмәҫ микән?» – тип кейенә лә башланым.
– Ҡараңғы төшкән, ҡайҙа йыйындығыҙ, хәҙер үк йоҡларға ятығыҙ! – тип әсәйем тыйып ҡуй­ҙы.
– Апай, иртәгә Асылыкүл буйына барайыҡ. Һәүбән батыр менән алтын өйрәкте күргем килә. Бәлки, сәсеңдең бер нисә бөртөгөн шунда яндырһаҡ, Аҡбуҙат та килер.
– Ярай, ярай, – ти апайым. Мине тиҙерәк йоҡлаһын, тиҙер инде.
Уҡырға төшкәс, әкиәттәрҙе үҙем уҡый башланым. Аҙаҡ шиғырҙар­ҙы нығыраҡ яраттым. Ә инде матур күбәләктәр, сәскәләр күрһәм, күңелемдә үҙенән-үҙе шиғыр юлдары тыуа ине. Хатта бер нисә шиғырымды «Пионер» журналына ебәрҙем. Мине маҡтап яуап хаты ла килде. Кем белгән инде, Баш­ҡорт дәүләт университетын тамамлағас, шунда эшләй башлармын, тип.
1989 йылдың мартында «Ағиҙел» журналының баш мөхәррире Булат Рафиҡов бер төркөм яҙыусыларҙы йыйып алды ла:
– Бына Мәскәүҙә йөрөп ҡайттым. Бәләкәстәр өсөн журнал хәстәрләгәйнем, килеп сыҡманы. Әйҙәгеҙ, «Ағиҙел» эсендә кескәй­ҙәр өсөн журнал сығара башлайыҡ, унан айырым баҫма асыуға өлгәшербеҙ. Йәш кеше Факиһа, һин яуаплы булыр­һың, – тине.
Журнал эсендәге журналға «Бәпембә» тип исем ҡуштыҡ. Яҙҙың тәүге сәскәһе, «бәпес» һүҙенә лә оҡшап тора.
Ә 1991 йылдың ғинуарында ул айырым «Аҡбуҙат» журналы булып сыға башланы. Исемен һайлау ҙа ҡыҙыҡ ҡына килеп сыҡты. Тәүҙә яҙыусылар «Бәпембә», «Арғымаҡ», «Толпар», «Бишек» һәм башҡаларын тәҡдим итте. Шул саҡта апайым уҡыған «Аҡбуҙат» әкиәте иҫемә төшөп: «Тылсымлы ла, көслө лә, серле лә «Аҡбуҙат» булһын», – тип ҡыс­ҡырып уҡ ебәрҙем.
Шул уҡ йылда Нефтселәр мәҙәниәт һарайында исем туйын да үткәрҙек, Нурмөхәмәт хәҙрәт фатихаһын бирҙе. Зал балалар, ата-әсәләр, уҡытыусы-тәрбиәселәр менән шығырым тулы булды. «Аҡбуҙат»сылар балаларҙы сәк-сәк менән һыйлап оҙатты.
Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим журналдың тәүге һанын бик оҡшатты, редакцияға йыш килеп йөрөнө, үҙе лә беҙҙең өсөн әкиәт-хикәйәләр яҙҙы. Бер килгәнендә: «Һеҙгә килһәм, нурлы аҡлан­ға килеп сыҡҡандай булам. Бөтәгеҙ ҙә яҡты йөҙлө, ихлас, ябай, матур­һығыҙ. «Аҡбуҙат»тың ғүмере, хал­ҡыбыҙҙың ғүмеренә тиң килеп, мәңгелек булһын», – тине.

Шиғырҙарын хәтергә төшөрәйек әле, дуҫтар!

Ҡар бабай
Ҡар бабай ҡуйҙым яһап,
Ҡар бабайым шундай шат.

Ҡармаҡ алып ҡулына
Китте йылға буйына.

Ҡар бабай мәке уйҙы,
Бер балыҡ ҡарпып ҡуйҙы.

Бер ҡарт тора эй ҡарап,
«Миңә бирсе, – ти, – ҡармаҡ!»

Ҡар бабай бирҙе ҡармаҡ,
Ҡарт түгел бит бер ҡараҡ!

Ҡарсығы көтә өйҙә,
Ҡарағат йыйған сәйгә.

Ҡарағат ул ҡап-ҡара,
Ярата хатта ҡарға...


Ҡарт һала һыуға ҡармаҡ,
Ҡар бабай тора ҡарап.


Ҡыш бабай саңғы шыуа
Ҡыш бабай
Һыуыҡ һыу
Эсмәй.
– Ҡыш бабай,
Был эш
Һиңә килешмәй!

– Һалҡын тейә шул,
Мин бит ҡарт кеше,
Аяғым өшөй.
Ҡулдарым өшөй.

– Ҡыш бабай, әйҙә,
Саңғы шыуайыҡ,
Һалҡынды һинән
Шулай ҡыуайыҡ!

– Әйҙә, ҡыуайыҡ,
Мин дә сынығам,
Һыуыҡ ҡурҡа ул
Етеҙ саңғынан.

Яңы йыл теләктәре
Ёлка янында
Теләк теләйем,
Имен булһын тип
Тыуған илкәйем.

Яңы йылда мин
Үҫәм бер йәшкә.
Йәшел ёлкабыҙ
Йым-йым нур сәсә.

Туған телемдә
Йырҙар йырлайым,
Иҫән-һау булһын
Әсәм, атайым.

Өләсәйемдең,
Олатайымдың
Һис теләмәйем
Мин ҡартайыуын.


Дуҫтарым матур,
Һәйбәт, аҡыллы!
Ҡыш бабай килһен
Оҙон һаҡаллы.

Бөтәбеҙгә лә
Бирһен бүләктәр,
Уға ла минән
Изге теләктәр!

Яңы йылда мин
Үҫәм бер йәшкә.
Йәшел ёлкабыҙ
Йым-йым нур сәсә.


Миҙгелдәр
Яңы йылды алып килә
Тик 1 ғинуар,
Буран йырлай оҙон йырҙар,
Күбәләкләп яуа ҡар.

Февраль айы һалҡын була,
Яһайым мин тағараҡ,
Беснәктәр көнбағыш сүпләй,
Тәҙрәнән торам ҡарап.

Март килгәнгә кешеләр шат,
Тама башланы тамсы,
Ҡарғалар һауала бейей
Ҡанаттары талғансы.

Гөрләүектәр аға йырлап,
Апрелдә ҡояш балҡый,
Тал бөрөһө яр буйында
Япраҡ ярам, тип аңҡый.

Май айында бәпембәләр
Ҡояш булып йылмая,
Умырзаялар ҙа ҡалҡҡан,
Үҫәләр оя-оя.

Июнь – сәскәләр батшаһы,
Сәскә генә болон-ҡыр.
Йылы ямғыр яуып үткәс,
Ҡалҡа төҫлө нур – йәйғор.


Июлдә бесән сабалар,
Салғылар сыңлап тора.
Сиңерткә уларҙың сыңын
Оторға тыңлап тора.

Август бигерәк йомарт инде,
Уңған йәшелсә, иген.
Ана, минән һис ҡалышмай,
Бәшмәктәр йыя тейен.

Сентябрҙә мәктәп көтә,
Башлана уҡыу йылы.
Әсәй әйтә: «Мәктәп юлы –
Ул, балам, бәхет юлы!»

Октябрҙә Башҡортостан –
Тыуған илкәйем минең
Байрам итә, йырлап-бейеп,
Үҙенең тыуған көнөн.

Ноябрь – ул ҡыштың башы,
Ҡар ятты ҡара ергә.
Ҡар бабай яһап уйнайбыҙ,
Саңғы шыуабыҙ бергә.

Ҡырҙар, тауҙар, урмандар ҙа
Декабрҙә аҡ ҡына.
Ёлкалар йым-йым килергә
Ҡалды инде саҡ ҡына.


Башҡортостан
Башҡортостан –
Тыуған илем,
Ул бит һаҡлай
Туған телем,
Ул бит һаҡлай
Яҡты көнөм,
Бирә миңә
Аҡыл, белем.

Башҡортостан –
Тыуған ерем,
Әсәйемдәй
Берҙән-берем!
Башҡортостан –
Минең Ватан,
Яратамын
Бала саҡтан!

Автор: "Йәншишмә" гәзите
Читайте нас