– Күҙ тейеүҙәр, һүҙ тейеүҙәр ҡағылһа, барыһы ла минән китһен. Юлыма бары тик изге күңелле, уңышлы кешеләр менән юлдаш ит! Теләктәремдең артығын һораһам, ғәфү ит!
– Яҡындарыма һәм үҙемә ныҡлы һаулыҡ бир! Һәммәбеҙгә йән тыныслығы насип ит! Балаларым, йәрем, яҡындарым иҫән булһын, юлдары уңып торһон, гел яндарында Хызыр Ильяс йөрөһөн! Ғаиләм имен, балаларым тәүфиҡлы, һәр береһе аҡыллы, сәләмәт булһын! Амин!
– Теләктәребеҙҙе белгән тиклем доғалар менән нығытып әйтәйек!
Сығанаҡ: "Даирә".
Фото: интернет селтәренән.