+11 °С
Ясно
VKOKМакс
Беләһеңме?
16 Марта 2025, 08:05

Һабын ҡалдыҡтарын ташлайһығыҙмы?

Баҡтиһәң, һабын ҡалдыҡтарынан шыйыҡ һабын яһау ысулы бар икән.

Добавить в предпочтительные источники Google
Һабын ҡалдыҡтарын ташлайһығыҙмы?Һабын ҡалдыҡтарын ташлайһығыҙмы?
Һабын ҡалдыҡтарын ташлайһығыҙмы?

Тәүҙә һабын киҫәктәрен уҡлау мемән иҙеп ваҡлайбыҙ.  Артабан ваҡланған һабынға ҡайнар һыуға һалып (1 стакан ҡайнар һыуға 1 аш ҡалағы  ваҡланған һабын киҫәктәре иҫәбенән) иретәбеҙ. Иретмәгә глицерин (1 стаканға 1 аш ҡалағы) һәм лимон кислотаһы ҡаптағы (1 стакан иретмәгә ярты балғалаҡ ҡалағы) өҫтәйбеҙ. Килеп сыҡҡан ҡатнашманы 3 тәүлек тотабыҙ. Шунан, дозаторлы һауытҡа һалып, рәхәтләнеп ҡулланабыҙ.

Сығанаҡ һәм фото: Подслушано [В] ЗИАНЧУРИНСКОМ РАЙОНЕ.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас