-21 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Беләһеңме?
10 Ноябрь 2025, 16:35

Роберт менән София башҡортса өҫтәл уйындары менән уйнаясаҡ

Үткән аҙнала "Өфө-Арена"лағы концертынан һуң Павел Воляға үҙенсәлекле бүләктәр тапшырылды. Дөрөҫөрәге, уның үҙенә түгел, ә балаларына - 12 йәшлек Роберт менән 10 йәшлек Софияға.

Роберт менән София башҡортса өҫтәл уйындары менән уйнаясаҡ
Роберт менән София башҡортса өҫтәл уйындары менән уйнаясаҡ

Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы директоры Гөлназ Йосопова уларға өҫтәл уйындары тапшырҙы. Был - башҡорт телен уйын рәүешендә өйрәнеү өсөн Башҡортостан Республикаһы Башлығы грантына эшләнгән "Әлләсе", "Бесәй, сәй, айыу, бал, май", "Зирәк", "Бишбармаҡ" уйындары.

Күптән түгел шоумен улы Роберттың башҡорт телен өйрәнеүе һәм "Урал батыр" эпосы менән ҡыҙыҡһыныуы тураһында әйткәйне. Павел Воля һәм Ләйсән Үтәшеваның балалары гимнастканың тыуған яғында - Әлшәй районында йыш була, бында улар туғандарына ҡунаҡҡа килә. Әйтеүҙәренсә, балалар республиканы ярата. "Әгәр: "Һеҙ ҡайҙан?" - тип һораһаң, улар: "Беҙ - Пенза башҡорттары", - тип яуап бирәсәк", - ти Воля.

 

Сығанаҡ һәм фото: БАШҠОРТ ТЕЛЕН ҺАҠЛАУ ҺӘМ ҮҪТЕРЕҮ ОЙОШМАҺЫ.

Автор: Зөһрә Хәкимова
Читайте нас