Башланғыс синыфтарҙа уҡыусыларға ауыл ерендә - 23, ҡалаларҙа 25 градус һалҡын булғанда дәрестәр үткәрелмәй.
V - IX синыфтар ауылдарҙа - 25 градустан, ҡалала 27 градустан һыуығыраҡ булһа уҡымай. Өлкән синыфтар өсөн минус 30 һәм 32 градус сик булып тора.
Мәктәптәр ниндәй һауа торошо булыуға ҡарамаҫтан, эшләй, һәр белем усағы дәрестәрҙе үткәреү-үткәрмәү буйынса ҡарарҙы айырым ҡабул итә.
Шулай уҡ тышта 3 градустан һыуығыраҡ булһа, ел секундына 6-10 метр тиҙлек менән иҫкәндә, бәләкәй синыф уҡыусыларына физкультураны асыҡ һауала үткәрмәйҙәр. Өлкән синыфтар өсөн - минус 10 градустан түбәнерәк булғанда.