Ҡыҙыл утлы Ат йылы һөнәри үҫеш өсөн уңайлы буласаҡ, тип вәғәҙә итә белгестәр. Сөнки был аттың энергияһы инициативалылыҡҡа һәм уңышҡа ынтылыуға ярҙам итәсәк. Шул уҡ ваҡытта ашығыс ҡарарҙарҙы ҡабул итеүҙән ҡасыу һәм мөмкин булған хәүеф-хәтәрҙе иҫәпкә алырға кәрәклеген дә иҫкәртә.
Етәкселәргә теләгән үҙ пландарын киңәйтеү һәм нығытыу өсөн яңы мөмкинлектәр асыласаҡ.
Ут стихияһы табыш та, финанс ауырлыҡтарҙы ла килтерергә мөмкин.
Ат йылы әүҙемдәр һәм тәүәккәлдәр өсөн уңайлы, әммә барыһын уйлап, анализлап ҡарарға һәм һаҡ булырға ла өндәй.
Йыл тулҡынландырғыс, борсолоулы кисерештәр ҙә тыуҙырыр. Шулай уҡ яҡты һәм ыңғай тәьҫораттарға ла бай булыр. Көтөлмәгән осраҡтар ҙа килтереүе мөмкин. Шуға һәр нәмәне уйлап хәл итергә һәм сабыр булырға кәрәк.
Йондоҙнамә нимә һөйләй?
Кәзәмөгөҙ (22 декабрь —19 ғинуар)
Йыл һеҙгә иҫтәлекле сәйәхәт бүләк итер. Ыңғай юлдар ҙа асылыр: берәү генә лә түгел, өс төрлө. Өҫ-башығыҙға иғтибарлы булығыҙ!
Һыуғояр (20 ғинуар — 18 февраль)
Быға тиклем теләктәрегеҙ ауыр үтәлһә, Ат йылында еңел генә хәл ителер. Оҙаҡҡа һуҙылған хыяллығыҙ тормошҡа ашыр. Уҡыу буйынса уңыштар көтә.
Балыҡ (19 февраль —20 март)
2026 йыл — һеҙҙең йыл. Сөнки бик ҙур үҙгәрештәр булыр: яҡындарырығыҙ менән һәм уҡыған-эшләгән ерегеҙҙә. Быға тиклем уйларға ла ҡурҡҡан хыялығыҙ, һис шикһеҙ, тормошҡа ашасаҡ.
Ҡуҙы (21 март – 19 апрель)
Һеҙҙе быға тиклем тотҡарлап торған бар эштәрегеҙ ыңғай юлға һалыныр. Йылдың икенсе яртыһында ҡыҙыҡлы сара һәм сәйәхәт көтә. Барыһының иғтибар үҙәгендә булырһығыҙ. Шуның өсөн үҙегеҙҙең төҫ-ҡиәфәтегеҙҙе ҡарарға онотмағыҙ.
Буға (20 апрель – 20 май)
Быйыл ныҡ ҡына алға китеш булыр. Туғандарығыҙ ярҙам ҡулы һуҙыр. Тик иҫтән сығармағыҙ: дан артынан ҡыумағыҙ, бәхет тыныслыҡты яратҡанды ла онотмағыҙ, иң яҡындарығыҙға күберәк иғтибар бүлегеҙ.
Игеҙәктәр (21 май — 20 июнь)
Һеҙ быйыл атта «сабырһығыҙ», финишҡа ла барып етерһегеҙ. Тирә-яҡтағыларҙың ярҙамын да тойорһоғоҙ. Күптәнге хыялығыҙ тормошҡа ашасаҡ.
Ҡыҫала (21 июнь — 22 июль)
Ат йылында бик күп сағыу һәм тынғыһыҙ мәлдәр булыр. Шуға һәр башҡарыла торған эштәрегеҙҙе мотлаҡ алдан планлаштырып, график төҙөргә онотмағыҙ.
Арыҫлан (23 июль — 22 август)
Ат һеҙгә тик ыңғай — яңы этап алып килмәксе. Быға тиклем пландарығыҙ әкрен генә үтәлһә, алда ыңғай булыр. Шул уҡ ваҡытта үҙегеҙ хаҡында ла онотмағыҙ: матур кейенеп йөрөүҙе, дөрөҫ туҡланыуҙы иҫтән сығармағыҙ.
Ҡыҙ (23 август – 22 сентябрь)
Өйҙә, эш өҫтәлендәге кәрәкмәгән әйберҙәрҙе ташлағыҙ. Ат йылында һеҙгә ҡыйыуыраҡ булырға кәрәк. Көтөлмәгән талантығыҙ асылыр. Ҡыуаныслы хәбәрҙәр килеп торор.
Үлсәү (23 сентябрь – 22 октябрь)
Һеҙгә Ат йылында тормоштоң тиҙ ритмына өйрәнергә кәрәк булыр. Көтөлмәгән үҙгәрештәргә лә әҙер булығыҙ. Йәшәү, уҡыу һәм эш урындары хаҡында ла ныҡлап уйлап хәл итергә тырышығыҙ.
Саян (23 октябрь – 21 ноябрь)
2026 йыл яңы үҙгәрештәр килтерер. Башҡаларға ишек ябыҡ булһа, Саяндарға — асыҡ. Үҙ маҡсаттарығыҙға ирешер өсөн ҡыйыу алға барырға кәрәк. Иң мөһиме: ярты юлда тороп ҡалмаҫҡа!
Уҡсы (22 ноябрь – 21 декабрь)
Быға тиклем башҡарған эштәрегеҙҙең емештәрен күрерһегеҙ. Һеҙҙе маҡтап һөйләрҙәр. Тағы ла данығыҙ артыр. Шулай уҡ быға тиклем бойомға ашмаған планығыҙ, һис шикһеҙ, үтәлер.
Ауырғазы районы Талбазы ауылы лицейының VII "Б" синыфы уҡыусыһы Рамаҙан ЗАРИПОВТЫҢ һүрәте.
З. ӘҘЕҺӘМОВА әҙерләне.