+29 °С
Облачно
VKOKTelegram
Беләһеңме?
30 Декабря 2025, 19:50

Аттар йәшенә ҡарап нисек атала?

Дуҫтар, аттарҙың йәшенә ҡарап нисек аталғанын белмәһәгеҙ, һылтанма аша үтеп уҡығыҙ.

Аттар йәшенә ҡарап нисек атала?Аттар йәшенә ҡарап нисек атала?
Аттар йәшенә ҡарап нисек атала?

Ҡолон, ҡолонсаҡ - тыуғандан алып алты-ете айға тиклем;
ябаҡ, ябаға - ете айҙан бер йәшкә тиклем;
тай - бер йәштән йәш ярымға тиклем;
ҡырҡмыш тай - ике йәшлек айғыр;
байтал - ике йәшлек бейә;
ҡонан - өс йәшлек айғыр;
ҡонажын - өс йәшлек бейә;
дүнән - дүрт йәшлек айғыр;
дүнәжен - дүрт йәшлек бейә;
тулаҡ - биш йәшлек айғыр;
тыуар - алты йәшлек айғыр.

Фото: com.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас