Хәҙер ҡағиҙәне боҙған өсөн водителдәр 5 мең түләйәсәк. Ә бына такси водителдәре һәм вазифа биләгән кешеләр өсөн штраф 50 мең һумға күтәрелде. Ойошмалар иһә 200 мең һум түләйәсәк.
Үткән йылдың тәүге туғыҙ айында ете йәшкә тиклемге балаларҙы автокреслоһыҙ йөрөтөүселәр һаны 5,7 процентҡа артҡан. Эске эштәр министрлығынан белдереүҙәренсә, 2020-2024 йылдарҙа илдә балалар ҡатнашлығында 83 мең юл-транспорт ваҡиғаһы булған. 2,7 мең йәш ғүмер өҙөлгән. Өлкәндәр яуаплылыҡты арттырһын ине. Балалар өсөн автокреслолар исем өсөн генә алынмаһын, ә сертификатлы, кескәй пассажирҙарҙың һаулығын, ғүмерен һаҡларлыҡ булһын.
Фото: avtokresel.