-21 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Беләһеңме?
19 Ғинуар , 16:00

Ат итеме, йылҡыныҡымы?

Ат ите тип әйтеү ныҡ тарала башланы, үкенес. КОНИНА, КОНЬ тигәнде туранан-тура тәржемә итәләр.

Ат итеме, йылҡыныҡымы?
Ат итеме, йылҡыныҡымы?

Башҡорттар ЙЫЛҠЫ ИТЕ, ти. Ҡаҙылыҡ та түгел, ә ҡаҙы!
Башҡорт бер ваҡытта ла үҙе егеп, менеп йөрөгән, яҡын дуҫы булған атын һуғымға һуймаған. Ул йылҡы өйөрөнән ҡулға эйәләштерелмәгән, хужалыҡта файҙаланылмаған йылҡы малын ғына һуғым иткән. Һәм ЙЫЛҠЫ ИТЕ тип атаған.
Ә ат, бейә, айғыр, өйөр айғыры - улар хужалыҡта файҙаланыу өсөн ҡулға эйәләштерелгән йылҡы малы төрҙәре.


Мәрйәм БУРАҠАЕВА.

Фото: Зөһрә ХӘКИМОВА.

Автор: Зөһрә Хәкимова
Читайте нас