- Халыҡ-ара туған телдәр көнө ҡасан, ниндәй ойошма тарафынан иғлан ителгән?
- Был иҫтәлекле дата ниндәй илдәге ваҡиғалар менән бәйле?
- Башҡорт алфавитында нисә хәреф бар?
- 30 тел белгән, Польшала башҡорт телендә диссертация яҡлаған ғалим.
- 1962 йылда сыҡҡан башҡорт әлифбаһы 30 йылдан ашыу ҡабатлап баҫтырыла, ул ҡайһы ғалимдың төп ғилми хеҙмәте булып тора?
- Донъяла нисә тел бар? Уларҙың нисәүһе ҡулланылышта?
- Тартай теленән таба. Урыҫ телендә шуға оҡшаш ниндәй әйтем бар?
- Донъяла туған тел булараҡ иң киң таралған тел.
- «Һомай» колонкаһының «атаһы».
- Башҡорт теленең нисә диалекты бар, һанап сығығыҙ.
- Башҡорт теле көнө ҡасандан билдәләнә?
- Туған телде һаҡлау өсөн иң мөһим шарттар. Фекерегеҙҙе яҙығыҙ.
- «Башҡорт телендә һөйләшәм» йырының авторҙары?
- Туған тел тураһында ниндәй шиғырҙар беләһегеҙ? Һанап сығығыҙ.
- Башҡорт телендәге инглиз теленә яҡын өндәр.
- Башҡортостандың беренсе халыҡ шағиры кем?
- Уҡыусылар араһында уҙғарылған башҡортса КВН нисек атала?
- Мөхәмәтша Буранғолов «Урал батыр» эпосын кемдәрҙән яҙып алған?
- Рәми Ғарипов «Туған тел» шиғырын нисәнсе йылда яҙған?
- Башҡорттар иң тәүҙә ниндәй яҙма телде ҡулланған?
Яуаптарығыҙҙы yanshishma02@yandex.ru почтаһына ебәрегеҙ, дуҫтар!