Уны ашап бер тәүлек үткәндән һуң организмға тәьҫире һаҡлана. Ул организмдағы паразиттарҙы үлтерә, токсиндарҙан ҡотолорға ярҙам итә, иммунитетты нығыта, хәтерҙе яҡшырта. Һарымһаҡты табала ҡыҙҙырып йәки мейестә бешереп ашарға кәрәк. Былай әҙерләгәндә уның еҫе лә булмай, файҙалы күҙәнәктәре тулыһынса һаҡлана, еңел үҙләштерелә. Ҡыҙҙырылған һарымһаҡ ҡандағы холестерин күләмен кәметә, ҡан баҫымын көйләй, ашҡаҙан-эсәк трактын һәм ҡанды таҙарта. Ашҡаҙаны ауыртҡан кешеләргә лә зыяны юҡ. Ябығырға теләүселәр өсөн дә уны ашарға тәҡдим ителә, сөнки ул матдәләр алмашыуын яҡшырта.
Сығанаҡ һәм фото: Газета Баймакского района, города/ Баймак гәзите