Бөтә яңылыҡтар
Беләһеңме?
1 Март , 14:45

Беләһеңме?

Лимон һыуы организмда лайланы кәметә, шуға уның астма, бронхит ауырыуҙарынан да файҙаһы иҫбатланған.

Беләһеңме?
Беләһеңме?

Лимонлы һыу матдәләр алмашыныуын яҡшырта, шунлыктан ябығырға ярҙам итә.
Аш эшкәртеү эшмәкәрлеген яйға һала, эс күбеү, паразиттар булғанда ла файҙаһы бар.
Бөйөрҙәр эшмәкәрлеген яҡшырта, бәүелде, үт һыуын ҡыуа, токсиндарҙы сығара, ҡанды, бауырҙы таҙарта.
Бының өсөн 1 стакан йылы һыуға ярты лимон һуты һығырға.
Көнөнә ике тапҡыр яртышар стакан эсергә. Бал ҡушырға ла ярай. Уны ас ҡарынға эсеү файҙалы. Әммә лимонлы һыу теш эмален  да ҡаҡшата. Шуға ла күрә уны эскәндән һуң ауыҙҙы сайҡатырға онотмағыҙ.

Файҙаланыр алдынан табип менән кәңәшләшергә лә онотмағыҙ.

Автор: Зөһрә Хәкимова
Читайте нас