

Ҡаҙыныу эштәре ваҡытында торлаҡ, хужалыҡ ҡаралтыһы, ҡабырсаҡ ҡушып эшләнгән балсыҡ әйберҙәр, усаҡ, хужалыҡ итеү әйберҙәре табылған.
Ҡомартҡы Көньяҡ Уралға иртә тимер быуат ҡәбиләләренең килеп ултырыу барышын сағылдыра.
Торатау ҡаласығы материалдары Башҡортостан Республикаһының Археология һәм этнография музейында һаҡлана.
Башҡортостан АЭС-ы төҙөлөшө ваҡытында (хәҙер ул туҡтатылған) күп археологик ҡомартҡыларҙың юҡҡа сыҡты. Ағиҙел ҡалаһы биләмәһендә тарихи-тәбиғи ҡурсаулыҡ булдырыу һәм әле һаҡлап ҡалып булған иң әһәмиәтле археологик объекттарҙы музейлаштырыу мәсьәләһе көн тәртибендә.
Был урын геологик объект булараҡ тәбиғәт ҡомартҡыһы булып һанала. Бында микрофауна һәм флораның тәбиғилеге һаҡланған. Әгәр уны дәүләт тарафынан тәбиғәт ҡомартҡыһы итеп һаҡлауға алыу мәсьәләһе хәл ителһә, ошо ерҙә «Торатау» тарихи-тәбиғи һәм археологик музей-ҡурсаулығын ойоштороу мөмкин буласаҡ.
Музей-ҡурсаулыҡ составына Торатау ҡаласығы ғына түгел, ә уның тирә-яғында урынлашҡан энеолит, бронза быуаты, иртә тимер быуаты һәм урта быуат осорона ҡараған археологик ҡомартҡылар ҙа ла инергә мөмкин буласаҡ.
Сығанаҡ һәм фото: Ҡыҙыҡлы топонимика