+23 °С
Ясна
VKOKМакс
Беләһеңме?
10 Июль , 07:55

Сәскәләрҙе туҡландырыу

Ҡыҙҙар, һеҙ, моғайын, барығыҙ ҙа төрлө-төрлө сәскәләр үҫтерергә яратаһығыҙҙыр. Әгәр гөлләмәләрегеҙ шау сәскәгә төрөнөп ултырһын, тиһәгеҙ, һеҙгә бер туҡландырыу серен сисәбеҙ.

Сәскәләрҙе туҡландырыуСәскәләрҙе туҡландырыу
Сәскәләрҙе туҡландырыу

10 литр һыу, 8 ҡалаҡ нашатыр спирты кәрәк буласаҡ. Һыуға спиртты ҡушып болғарға. Ике аҙнаға бер тапҡыр ошо ҡатнашманы сәскәләргә һибергә кәрәк.
Норма: бер төпкә – 1 литр.
Нашатыр спиртын айырыуса лилиә, клематис, яран ярата.
Был туҡландырыуҙы бүлмә гөлдәре өсөн дә ҡулланырға мөмкин. Шул уҡ ваҡытта ваҡ себендәрҙән дә ҡотолорһоғоҙ. Тик самаһын белеп ҡойоғоҙ.

Фото: З. ХӘКИМОВА.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас