+23 °С
Ясно
VKOKМакс
Беләһеңме?
10 Июля , 11:35

Уҫаҡ (осина) япрағы хаҡында беләһегеҙме?

Әрменән ҡайтҡас, ҡапыл ғына аяҡларым һыҙлай башланы. Хатта аяғымды һоноп ултыра алмай инем. 

Уҫаҡ (осина) япрағы хаҡында беләһегеҙме?Уҫаҡ (осина) япрағы хаҡында беләһегеҙме?
Уҫаҡ (осина) япрағы хаҡында беләһегеҙме?

Әсәйем: "Бер шыптыр моҡсай уҫаҡ (осина) япрағы йыйып алып ҡайт",- тине. "Шуны ҡояшҡа һалып ҡуй. Һап-һары булып бешкәс, тәрән тасҡа һал. Өҫтөнә ҡайнап торған һыу ҡой. Төнәтмәнең эҫелеге аяҡты бешермәҫлек булғас, тубыҡҡа хәтлем аяҡтарыңды тығып ултыр", - тип өйрәтте.

Һәм мин шулай эшләнем. Ауырыуҙың бармаҡ остарынан сыҡҡаны һиҙелә. Беренсе тапҡырҙа уҡ ауырыу юҡҡа сыҡты. Ә мин профилактика өсөн ике тапҡыр аяҡтарымды уҫаҡ япраҡтары һыуында тоттом. Шунан бирле күҙ теймәһен!

Мөжәүир хәҙрәт тә гел кешеләргә ошоно өйрәткән икән. Ул ауырыу ныҡ көслө булһа микән, хатта япраҡты 40 уҫаҡтан йыйырға ҡушҡан. Юғиһә йәйгеһен тапап йөрөйбөҙ дарыуҙы, ҡыш дарыуханаға йүгерәбеҙ. Аллаһы тәғәлә бөтәһен дә йәлләмәй биргән. Шуны эйелеп алырға йыбанабыҙ. Һеҙгә яҙғаным ярҙам итер тигән ышаныста ҡалам.

Тик табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ.



Сәлим Шарапов.

Сығанаҡ: "Ватандаш".

 Фото: З. ХӘКИМОВА.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас