

Ҡыярҙағы бәшмәк ауырыуҙарын «Квадрис», «Топаз», «Тиовит Джет» препараттарын һиптереп дауалайҙар. Һуған, һарымһаҡ төнәтмәһе лә файҙалы. Ҡыяр япраҡтарына 1 процентлы марганцовка иҙмәһе бөркөп сығырға ла була.
Йәшелсәнең 3-4 япрағы күренә башлау менән бер биҙрә һыуға 30 тамсы йод, 20 грамм кер һабыны һәм 1 литр һөт һалып эшкәртергә кәрәк. 10 көн үткәс, был процедураны тағы ҡабатлағыҙ.
Төрлө сирҙәрҙән сода эретмәһе (10 литр һыуға бер аш ҡалағы) лә яҡшы ярҙам итә.
Фото: З. ХӘКИМОВА.