

Ҡабаҡта организм өсөн кәрәкле матдәләрҙең – фосфор, кремний тоҙҙары, баҡыр булыуы ла билдәле.
Витаминдарға ла, бигерәк тә В төркөмөндәгеләргә бай.
Орлоғонда аминокислоталар, эфир майҙары һәм алмаштырғыһыҙ С витамины күп.
Ҡабаҡ организмдағы һыу һәм тоҙҙар алмашыныуына йоғонто яһай, хлоридтарҙы сығарырға ярҙам итә, бөйөрҙәрҙе таҙартыу үҙенсәлеген көсәйтә, эс ҡатыуҙы булдырмай.
Пектин артыҡ холестерин, ағыу һәм ҡалдыҡтарҙан арынырға ярҙам итә, организмдың һыуһыҙланыуына юл ҡуймай.
Аш эшкәртеү юлдарына бәйле ауырыуҙар ваҡытында зыян килгән туҡымаларҙың тышсаһын тергеҙергә ярҙам итә, лайлалы тышсаны организмға ризыҡ менән ингән зыянлы матдәләрҙең йоғонтоһонан һаҡлай, оҙайлы эс ҡатыуҙы ла дауалай.
Инфаркт, һимереү, төрлө йөрәк ауырыуҙары (бигерәк тә шешенеүҙәр булһа) сәбәпле атеросклероздан яфаланған кешеләргә ярҙам итә.
Шәкәр диабеты, хроник
холецистит, нефрит, пиелит, гастрит, энтероколит, подагра ауырыуҙарына, йоҡоһоҙлоҡтан яфаланғанда, йөклө ҡатын-ҡыҙҙарҙа шыйыҡлыҡ тотҡарланғанда, климакс осоронда гормондар тигеҙлеге боҙолғанда ярҙам итә.
Тән өшөгәндә йә бешкәндә, эритема диагнозы ҡуйылғанда, яралар, экзема булғанда ҡабаҡты ҡырғыста ҡырып, йәрәхәт урынына ҡуйһаң, мотлаҡ ярҙам итә.
Ҡорттарҙы (глисты) ҡыуырға, бөйөр, үт һәм бәүел ҡыуығы ауырыуҙары ваҡытында, матдәләр алмашыныуы боҙолғанда дауаланыу һәм профилактика өсөн ҡуллана.
Ҡабаҡ һуты дауаһы. Дөрөҫ эскән саҡта бөйөрҙәрҙән ваҡ таштарҙы һәм ҡомдо сығарыуы фәнни яҡтан иҫбатланған. Ҡабаҡ һуты елһенеүҙе кәметә, һыуһынды ҡандыра, бәүел ҡыуҙырыу, тынысландырыу үҙенсәлегенә лә эйә.
Бәүел бүленеүҙә тотҡарлыҡтар булһа, ҡабаҡ һуты эсергә ярамай.
Эстәге ҡорттарҙы бөтөрөү өсөн 300 грамм таҙартылған ҡабаҡ орлоғон (ҡыҙҙырылмаған!) яҡшылап иҙергә лә, бер-ике ҡалаҡ бал менән бутарға. Был ҡатнашманы ас ҡарынға яй ғына (бер-ике сәғәт дауамында) ашарға, унан һуң кастор майы йәки эсте йомшартыусы дарыу эсергә кәрәк. Ярты сәғәттән клизма эшләһәң, организм таҙарып ҡаласаҡ.
Холецистит һәм гепатит ваҡытында ҡабаҡ “һөтө” эсеү файҙалы буласаҡ. Ул еңел генә әҙерләнә: 50 грамм таҙартылған орлоҡҡа 80 миллиграмм һыу, 20 грамм шәкәр ҡомо һалып, блендер менән иҙергә. Был эсемлекте ас ҡарынға эсергә кәрәк.
Бауыр ауырыуы менән йонсоғандар өсөн махсус төнәтмә лә ярҙам итер: 500 грамм орлоҡҡа бер литр ҡайнар һыу һалып, ике сәғәт ултыртып торорға. Уны биш-алты тапҡырға бүлеп, бер сәғәт дауамында эсергә.
Үт ҡыуҙырыу өсөн ҡабаҡты күберәк итеп алып, тары менән ябай бутҡа бешерергә. Уға үҫемлек майы, һөт, бал һалып бутарға. Был бутҡаны ай дауамында көн һайын ашарға кәрәк.
Тик табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ, дуҫтар!
Сығанаҡ: "Атайсал" гəзите.
Һүрәттә: Ауырғазы районы Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһының IV синыф уҡыусыһы Данис ЙӘЛИЛОВ.