+19 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Һин нисек уйлайһың?

ЛДПР партияһы депутаттары Дәүләт Думаһына Берҙәм дәүләт имтихандарын бөтөрөргә теләп, уны ғәҙәти дәүләт имтихандары менән алыштырыу тураһында закон проекты әҙерләп биргәйне. Был һынау системаһы буйынса бәхәстәр, һөйләшеүҙәр алдағы көндәрҙә лә күп буласаҡ әле. Ә беҙҙең гәзит уҡыу­сылары БДИ хаҡында ни уйлай, ниндәй фекерҙә икән?

ЛДПР партияһы депутаттары Дәүләт Думаһына Берҙәм дәүләт имтихандарын бөтөрөргә теләп, уны ғәҙәти дәүләт имтихандары менән алыштырыу тураһында закон проекты әҙерләп биргәйне. Был һынау системаһы буйынса бәхәстәр, һөйләшеүҙәр алдағы көндәрҙә лә күп буласаҡ әле. Ә беҙҙең гәзит уҡыу­сылары БДИ хаҡында ни уйлай, ниндәй фекерҙә икән?
Лидиә ДИНМӨХӘМӘТОВА, Өфө ҡалаһындағы Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт интернат-гимназияһы:
– Мин ЛДПР партияһы депутаттарының БДИ бөтөрөргә теләүҙәре менән тулыһынса килешәм һәм ыңғай ҡараш­тамын. Тиҙерәк тормошҡа ашырһалар, яҡшы булыр ине. Ни өсөнмө? Беренсенән, БДИ тип уҡыусыларҙың нервыһы ҡаҡшай, уйланып, төндәр буйына йоҡламай әҙерләнгәндәр тураһында ла беләм. Улар һуңынан йыш ҡына сирләй. Бөтә фәндәрҙе лә берҙәй белеп бөтөп булмай, шуға өҫтәмә шөғөлләнергә тура килә. Мин үҙем ике фәндән репетитор менән шөғөлләнәм, айына ғына 15 меңләп аҡса китә. Беҙ генә түгел, атай-әсәйҙәр ҙә борсола. Ә уҡытыусыларҙан йыш ҡына: «Һеҙ тапшыра алмаҫһығыҙ инде ул», – тигән һүҙҙәрҙе ишетәбеҙ. Был тағы ла күптәрҙе борсоуға һала. Әлбиттә, ҡурҡыта. Мин үҙемә кәрәккән фәндәрҙе генә йыл буйына төплө уҡып, университетта имтихан тапшырырға теләр инем.

Ләйсән СЫҢҒЫҘОВА, Баймаҡ районының Ҡолсора мәктәбендә математика уҡытыусыһы:
– Әлбиттә, БДИ-ны бөтөрөү яҡлымын. Ул бала өсөн күпме эске көсөргәнеш, хафаланыу тыуҙыра. Насар уҡығандар ғына түгел, хатта һәйбәт өлгәшкәндәр ҙә видеокамераларҙы күреп, ҡаушап, юғалып ҡала. Шуға мин уның урынына элекке кеүек ғәҙәти имтихандарҙы кире ҡайтарыу яҡлы.

Лилиә ТӨХБӘТУЛЛИНА, Илеш районы Муса Гәрәев исемендәге Бишҡурай мәктәбенең урыҫ теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы:
– Берҙәм дәүләт имтиханын биреүҙе уҡыусы үҙ теләге менән һайлаһын ине. Киләсәктә юғары уҡыу йортона инергә хыялы булған бала өсөн ул, әлбиттә, кәрәк. Ә инде белемен техникум-училищеларҙа дауам иткеләре килгәндәргә был мәжбүри булырға тейеш түгел, минеңсә.

Римма ӘХМӘТЙӘНОВА, былтыр ҡыҙы БДИ тапшырған әсәй:
– Һынау тотоу еңелдән түгел, репетиторға йөрөмәйенсә лә, өйҙә үҙ аллы шөғөлләнмәйенсә лә булмай. Шулай ҙа БДИ булһа, яҡшыраҡ, тип уйлайым. Үҙебеҙҙәге генә түгел, Рәсәйҙәге төрлө уҡыу йорттарына ла уҡырға инергә була.

Читайте нас: