-3 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Ата-әсәләр ҙә һынау тотто

«Ата-әсәләр менән берҙәм БДИ тапшырыу көнө» Бөтә Рәсәй акцияһын мәғариф һәм фән өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт ойоштора. Ул быйыл өсөнсө тапҡыр уҙғарылды. Акцияның тәүге көнөндә был сараға Рәсәйҙең 50 төбәгенән 3 меңдән ашыу ата-әсә ҡушылды.

Беҙҙең республикабыҙ ҙа ситтә ҡалманы. Баш ҡалабыҙҙың Ҡасим Дәүләткилдеев исемендәге республика һынлы сәнғәт интернат-гимназияһында Төп, Берҙәм дәүләт имтихандарын үткәреү тәртиптәрен күрһәткән эшлекле уйын үткәрелде. Был көндө атай-әсәйҙәр менән бергә туғыҙынсылар, әлеге сығарылыш синыф уҡыусылары, мәғариф министры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Айбулат Хажин, уның беренсе урынбаҫары Илдар Мәүлитбирҙиндәр математиканың база кимәле буйынса һынау тотто.

Барыһы ла ысын кеүек ине. Бүлмәләр видеокүҙәтеү ҡоролмалары менән йыһазландырылған. 701-се имтихан тапшырыу пунктына паспорт, ручка менән, бер әйберһеҙ, металл эҙләү ҡоролмаһы аша үтеп инәһең. Һынау башланыр алдынан ғына диск асылып, принтер­ҙан контроль-үлсәү материалдары сығарыла. Тик ваҡыт яғы ғына сиклерәк, 40 минут ҡына. Уйын аҙағында һөҙөмтәләрҙе бирелгән ҡағыҙҙар буйынса үҙең тикшереп, билдә алаһың.

– Оҙаҡламай балаларыбыҙ ҙа ошо мөхиткә сумасаҡ. Бөгөн беҙ «өслө», «дүртле», «бишле» алдыҡмы, был мөһим түгел, БДИ үткәреү тәртибенең бигүк ҡурҡыныс булмауын бергәләп күрә алдыҡ. Бер ниндәй ҡатмарлылығы юҡ. Математиканың база кимәле бигерәк танып-белеүгә генә ҡоролған, йүнәлешлеһендәге кеүек киң йәйелдерелгән мәсьәләләр юҡ, – тип белдерҙе уйын аҙағында мәғариф ми­нистры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Айбулат Хажин.

– Нисек биреп сыҡтығыҙ? Эшләй алдығыҙмы? – тип һорайым йылмайышып ултырған әсәйҙәрҙән.

– Яҡшы ғына. Тик бер аҙ онотолған, – ти Нурия Моратова. – Әгәр ҙә көн дә шөғөлләнһәң, еңел, тип уйлайым. Бер ауырлығын күрмәнем. Ғәҙәти имтихандағы кеүек. Белһәң, ултыраһың да эшләйһең, һиңә бер кем дә ҡамасауламай. Ҡурҡыныс имтихан, тип һанамайым, мин БДИ яҡлымын. Балаға уҡырға инергә күп мөмкинлектәр ҙә аса. Беҙҙең осорҙа ғына булмауы йәл.

Ә Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге республика интернат-гимназияһы уҡыусыһы Гөлнур Муллаянованың бер аҙ борсолоуы йөҙөнә сыҡҡан.

– Эшлекле уйын булһа ла, нисек яҙырмын, тип бик ныҡ тулҡынландым. Бирелгән 20 эштең 10-ауһын үтәп сыҡтым. Ҡайһы берҙәрен эшләһәм дә, дөрөҫ булмаған. Геометриянан эш­тәр минең өсөн бик ауыр бирелә, төрлө теоремаларҙы дөрөҫ ҡуллана белмәйем. Уйын бик оҡшаны, үҙемде тикшереп ҡарай алдым, – ти ул.

Был уйын ғына булды. Шулай ҙа ҡурҡырға ярамай. БДИ-ла ҡатнашыусы булараҡ, бер ҙә ҡыйынлығын күрмәнем. Һеҙгә лә һынауҙарҙы уңышлы тапшырыуығыҙҙы теләйем.

Гөлназ ШӘЙХЕТДИНОВА.
Өфө ҡалаһы.

Читайте нас: