Ун беренселәр өсөн һынауҙар 27 майҙан 1 июлгә тиклем барһа, туғыҙынсыларға – 24 майҙан 2 июлгә тиклем. Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров үткәргән кәңәшмәлә ошондай мәғлүмәттәрҙе мәғариф министры урынбаҫары Илдар Мәүлитбирҙин еткерҙе.
– Алда беҙҙең балаларыбыҙҙы мөһим ваҡиға – имтихандар һәм йомғаҡлау аттестацияһы көтә. Улар БДИ-ны яҡшы билдәләренә бирер һәм илебеҙҙең иң яҡшы юғары уҡыу йорттарына уҡырға инер, тип ышанабыҙ, — тип белдерҙе республика етәксеһе лә.