+18 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Берҙәм дәүләт имтиханы
20 Сентябрь 2019, 15:57

Сит телде белеү мотлаҡ, ә БДИ кәрәкмәй!

Дуҫтар, һеҙ мәктәпте тамамлағанда математика һәм урыҫ теле менән бер рәттән сит телдән дә Берҙәм дәүләт имтиханын биреүегеҙҙе күҙ алдына килтерә алаһығыҙмы?

Нәҡ әлеге ваҡытта ил кимәлендә сит телдәр буйынса Берҙәм дәүләт имтиханын мотлаҡ итеү-итмәү тураһында бәхәс бара, ишеткәнһегеҙҙер әле. Быға тиклем Рәсәй Хөкүмәтенең вице-премьеры Татьяна Голикова уны 2022 йылдан мотлаҡ буласаҡ, тип белдергәйне. Яңыраҡ «Ата-әсәләр милли комитеты» йәмәғәт ойошмаһы РФ Мәғариф министры Ольга Васильеваға 2022 йылдан сит телдәр буйынса Берҙәм дәүләт имтиханын мотлаҡ һынауҙар исемлегенә индермәүҙе һорап мөрәжәғәт итте. Рәсәй ректорҙар союзы рәйесе, М.В.Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты ректоры Виктор Садовничий ҙа был йәһәттән ашыҡмаҫҡа кәңәш бирә.
Ысынлап та, атай-әсәйҙәрҙең, йәмәғәтселектең борсолоуы нигеҙһеҙ түгел. Белем усаҡтарында сит тел, атап әйткәндә, инглиз теле уҡытыусылары етешмәй. Уҡытыу методикаһы ла, бәлки, уңышлы һайланмайҙыр: юғиһә, мәктәптә нисәмә йыл сит телде өйрәнеп тә, иркен һөйләшеүселәр әҙ. Ә мотлаҡ имтихан буйынса минималь балды йыя алмаусыларға аттестат бирелмәй.
Юҡ, кәрәкмәйҙер инглиз телен мотлаҡ һынауҙар исемлегенә индерергә. Әле ике төп предметтан БДИ бирә алмай, ҡулдарына өлгөргәнлек аттестаты ала алмай аптыранған йәштәр күпме?!
Һүҙ юҡ, әлбиттә, хәҙерге заманда сит телдәрҙе белеү ныҡ кәрәк, хатта инглизсә белмәү оят кеүек. Был тел халыҡ-ара аралашыу теле һынала бит. Хеҙмәт баҙарында ла сит телде яҡшы белгән белгестәр өҫтөнлөк менән файҙалана. Быны йәштәр аңлай. Кемгә кәрәк – сит тел буйынса түңәрәктәргә, курстарға йөрөп, үҙләштерәләр. БДИ ла тапшыралар.
Читайте нас: