Сығарылыш синыфы уҡыусыларының тәүге имтиханы 3 июлдә география, әҙәбиәт, информатика фәндәренән булды. Уларҙа 4 мең 140 кеше ҡатнашҡан.
Ике уҡыусы Берҙәм дәүләт имтиханын үткәреү ҡағиҙәләрен боҙоп, аудиториянан ҡыуылып сыҡҡан. Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығы хәбәр итеүенсә, шпаргалка ҡулланғандары өсөн уларҙың эштәре юҡҡа сығарыла. Шулай уҡ административ яуаплылыҡҡа тарттырыуҙары ла мөмкин.
Әйткәндәй, имтихан барған бүлмәләрҙә видеояҙма алып барылғанын һәр кем беләлер, яҙмаларҙы 2021 йылдың 1 мартына тиклем ҡарарға була икән.
"Ҡәҙерле уҡыусылар, мәктәптә уҡыған йылдарҙа ныҡлы белем алдығыҙ һәм мин һеҙҙең был ғилемде Берҙәм дәүләт имтиханын тапшырғанда ҡуллана алырығыҙға ышанам", - тип мөрәжәғәт итте сығарылыш синыфы уҡыусыларына министр Айбулат Хажин.
Фото: Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығы сайтынан.