+18 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Полиция ҡанун сығарамы?

Алда - Берҙәм дәүләт имтиханы. Ә полицияның бында ни ҡағылышы бар, тиһегеҙме?

Йәмғиәтте өйрәнеү фәненән имтихан биргәндә ун беренселәр күберәк ниндәй хаталар ебәрә, нимәне белмәй - ошоно асыҡлағандар. Һынау биреүселәрҙең 20 проценты прокуратура, полиция нимә менән шөғөлләнә, тигән һорауға дөрөҫ яуап бирмәй икән. Хоҡуҡ һаҡлау органдары ҡанундар сығара, тиҙәр. Йәмғиәтте өйрәнеү фәненән имтихан биреүселәрҙең өстән бер өлөшө граждандар хоҡуғын енәйәт хоҡуғынан айырмай. Уҡыусыларҙың 25 проценты эшкә алғанда һынау ваҡыты күпме икәнен, ҡасан хеҙмәт килешеүе төҙөлгәнен әйтә алмай.
Рәсәй Федерацияһының юғары власть органдарын белмәүселәр ҙә бар. Шулай уҡ илдең һалымдар системаһы буйынса һорауҙарға яуап биреү ҡыйынлыҡ тыуҙыра икән. Бигерәк тә ер, транспорт, физик шәхестәрҙең килеменә һалым тураһындағылары ауыр тойола.
Быйылғы Берҙәм дәүләт имтиханында Рәсәй Конституцияһы буйынса һорауҙарҙа 2020 йылда ҡабул ителгән үҙгәрештәр иҫәпкә алына, быға иғтибар итергә кәрәк.
Йәмғиәтте өйрәнеү фәненән быйыл 354 мең уҡыусы Берҙәм дәүләт имтиханын бирәсәк. Билдәле булыуынса, быйыл БДИ-ны юғары уҡыу йортона инергә теләгән ун беренселәр генә тапшырасаҡ.
Фото: fa.ru
Читайте нас: