Был көндәрҙә информатика фәненән үтәсәк һынау элеккеләренән айырыла,эштәрҙе уҙған йылдарҙа ҡағыҙ бланкыларҙа башҡарһалар, быйылдан башлап БДИ-ны компьютерҙа тапшырасаҡтар. Әлеге һынауҙы үткәрер алдынанан мәғариф һәм фән өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт барлыҡ пункттарҙың техник әҙерлеген яңынан тикшерһә,ә имтиханға йәлеп ителгән белгестәргә уҡытыу үткәрҙе. Әйҙәгеҙ, уҡыусылар, тағы бер тәрән итеп тын алайыҡ та – алға! Әйткәндәй, профилле математиканың һөҙөмтәләре 20 июндә билдәле булды.