+13 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

107 уҡыусы - 100 балға!

Ниһайәт, БДИ-ның бөтә һөҙөмтәләре билдәле. Билдәле булыуынса,имтихандарҙы 100 балға барлығы 107 уҡыусы тапшырған.

107 уҡыусы - 100 балға!
107 уҡыусы - 100 балға!

Уларҙың 14-е химия, 2-һе урыҫ әҙәбиәте, 7-һе география, 4-һе профилле математика, 22-һе урыҫ теле, 33-сө физика, 1-һе йәмғиәтте өйрәнеү фәне, 18-е информатика һәм ИКТ буйынса икән. 2020 йыл һөҙөмтәләре менән сағыштырғанда, 8 уҡыу фәне буйынса балдарҙың артыуы күҙәтелә. Йәнә шуныһы билдәле, имтиханды бер юлы ике фәндән 100 балға яҙыусыларҙың һаны күберәк. Төбәк буйынса ундайҙар – бишәү. Йөҙ балл йыйыусыларҙың 40 проценты - Мәскәү, Санкт-Петербург, Ҡазан, Екатеринбург, ә ҡалғандары Өфө вуздарына инергә ниәтләй.

Әйткәндәй, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров БДИ-ны 100 балға тапшырыусыларҙы һәм донъя күләмендә Евразия фәнни-белем биреү үҙәгендә ҡатнашыусы республика вуздарына уҡырға ингән абитуренттарға 150 мең һум аҡса биреү тураһындағы указға ҡул ҡуйғайны. Был фәнни-белем биреү үҙәгенә Башҡорт дәүләт университеты, Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты, Башҡорт дәүләт медицина университеты, Башҡорт дәүләт аграр университеты, Өфө дәүләт нефть техник университеты, Өфө дәүләт авиация техник университеты һәм Рәсәй фәндәр академияһының Өфө федераль тикшеренеү үҙәге инә.

Мәғариф һәм фән министрлығында билдәләүҙәренсә, премия республика мәктәптәрен тамамлаусыларға ғына бирелә. Уны алыу өсөн 100 балл йыйыусылар вузға инеү тураһындағы бойороҡ сыҡҡан көндән бер ай эсендә мәғариф һәм фән министрлығына тейешле документтарҙы тапшырырға тейеш.

Шулай уҡ төбәктә 2020 йылдан башлап 100 балл алған уҡыусыны әҙерләүсе уҡытыусыларға ла премиялар түләнә. Уның күләме –  50 мең һум.

Фото: Башинформ

 

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: