Был турала "Российская газета" хәбәр итә. 2022 йылда һуңғы биш йылдағы Берҙәм дәүләт имтихандары һөҙөмтәләре менән уҡырға инергә мөмкин. Документтарҙы бер юлы 5 юғары уҡыу йортона тапшырырға була, ә йүнәлештәр һанын һәр вуз үҙе билдәләй. Ҡабул итеү бер тулҡында була. Шулай булғас, ҡайһы университетты һайлауҙы оҙаҡҡа һуҙырға түгел, ваҡытында аттестатығыҙҙы һәм уҡырға инергә ризалығығыҙҙы бирергә кәрәк.
Дөйөм алғанда, медицина белешмәһе кәрәкмәй. Әммә медицина тикшереүе үтеүҙе талап иткән белгеслектәр ҙә бар икәнен онотмағыҙ.
Абитуриенттар 1 февралгә тиклем ниндәй фәндәрҙән Берҙәм дәүләт имтиханын тапшырырға икәнен һайлап ҡуйырға тейеш. Хәҙер элекке кеүек өс түгел, дүрт фәндән имтихан бирергә кәңәш итәләр. Сөнки бер үк белгеслеккә төрлө юғары уҡыу йорттарында төрлө фәндән БДИ һөҙөмтәләрен талап итеүҙәре ихтимал. Быға уларҙың хоҡуғы бар. Әйтәйек, ландшафт эше тигән белгеслеккә математика менән урыҫ теленән имтихан бөтә вуздарҙа ла кәрәк булһа, өсөнсө предмет иһә физика, география, химия, биология, информатика, хатта сит тел булыуы мөмкин.
Ҡайһы юғары уҡыу йорто ниндәй фәндәрҙән Берҙәм дәүләт имтиханы һөҙөмтәләре буйынса ҡабул иткәнен һәм башҡа кәрәкле яңылыҡтарҙы, әлбиттә, үҙең һайлаған университет йәки институттың сайтында абитуриенттар өсөн тәғәйенләнгән бүлектә белергә була. Шунда уҡ уҙған йылғы уртаса ҡабул итеү балдары, айырым ҡаҙаныштарың өсөн нисә балл өҫтәлеүе, өҫтәмә имтихандар, түләүле бүлектә уҡыу күпме икәне тураһында мәғлүмәттәр менән танышырға мөмкин.
Фото:интернеттан.