БДИ-ны алдан тапшырыу этабына бөтәһе 233 кеше теркәлгән, күбеһе - мәктәпте үткән йылдарҙа тамамлаусылар. Шулай уҡ етди сәбәптәр арҡаһында төп этапта ҡатнаша алмаған 6 быйылғы сығарылыш синыфы уҡыусыһы ла ваҡытынан алда тапшырыу этабында имтихан бирәсәк. Кисә 43 кеше география, химия һәм әҙәбиәттән БДИ тапшырҙы. Һөҙөмтәләре 6 апрелгә тиклем билдәле буласаҡ.
Был этап 7 апрелгә тиклем дауам итәсәк. Берҙәм дәүләт имтиханының төп этабы 26 майҙан 21 июнгә тиклем барасаҡ.
Рәсәй буйынса алдан тапшырыу этабында ҡатнашырға 14 мең кеше ғариза яҙған. Урыҫ теленән - 7 мең, йүнәлешле математиканан һәм йәмғиәтте өйрәнеү фәндәренән 5-әр мең имтихан биреүсе теркәлгән. Ҡалған предметтар буйынса БДИ тапшырыусылар һаны әҙерәк.
Фото: интернет селтәренән.