+1 °С
Ҡар
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

20 уҡыусы 100 балға тапшырған!

2022 йылғы Берҙәм дәүләт имтиханының тәүге һөҙөмтәләре билдәле булды. 26 майҙа сығарылыш синыфы уҡыусылары химия, география һәм әҙәбиәттән һынау биргәйне.

20 уҡыусы 100 балға тапшырған!
20 уҡыусы 100 балға тапшырған!

Башҡортостан Республикаһы буйынса 20 кеше имтиханды 100 балға тапшырған: 19-ы - химиянан, берәү - әҙәбиәттән. Химия буйынса иң көслө уҡыусылар Бәләбәй, Борай, Бүздәк, Бишбүләк, Дүртөйлө, Иглин, Шишмә райондарынан, Өфө, Сибай, Октябрьский, Стәрлетамаҡ ҡаларынан икән. Ә урыҫ әҙәбиәтенән 100 балға биреүсе - Октябрьский ҡалаһынан. 

Иглиндағы 3-сө мәктәптән Аделина Носратуллина, Өфөләге 94-се мәктәптән Рузил Нурғәлиев, Борайҙағы 2-се гимназиянан Луиза Тажетдинова һәм башҡаларҙы химиянан БДИ-ны 100 балға биреүҙәре менән яҡташтары "Бәйләнештә" селтәре аша ҡотлай. Беҙ ҙә уларҙы һәм балаларҙа фәнгә һөйөү тәрбиәләп, төплө белем биреүсе уҡытыусыларын уңыштары менән ҡотлайбыҙ!

Фото: vk.com.

20 уҡыусы 100 балға тапшырған!
20 уҡыусы 100 балға тапшырған!
20 уҡыусы 100 балға тапшырған!
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: