+4 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Тырышлыҡ һөҙөмтәһе

Урыҫ теленән Берҙәм дәүләт имтиханын 100 балға тапшырыусылар араһында Өфөләге республика инженер интернат-лицейынан Айһылыу Яхина ла бар. Уҡытыусыһы - Клара Шәйҙулла ҡыҙы Күлбаева.

Тырышлыҡ һөҙөмтәһе
Тырышлыҡ һөҙөмтәһе

   - Айһылыу "бишле"гә генә уҡый, урыҫ теленән республика олимпиадаһында IX синыфта уҡығанда еңеүсе булған, X, XI синыфтарҙа - призёр. Олимпиадала ҡатнашыу Берҙәм дәүләт имтиханында яҡшы һөҙөмтәгә өлгәшергә лә ярҙам итә, күпме әҙерләнергә кәрәк. Ә Айһылыу бик тырыш, күп уҡый, - ти Клара Шәйҙулла ҡыҙы. 

Билдәле булыуынса, Берҙәм дәүләт имтиханын 100 балға тапшырып, үҙебеҙҙең республиканың юғары уҡыу йортона ингән йәштәргә 150 мең һум премия түләү ҡаралған.

Фото: vk.com.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: