"Иҫке Собханғол урта дөйөм белем биреү мәктәбенең XI синыфын тамамлаусы Айлина Акиева физика фәненән Берҙәм дәүләт имтиханын 100 балға тапшырҙы. Афарин! Айлинаны, ата-әсәһен, уҡытыусыһы Фәнүзә Әҡсән ҡыҙын ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ. Тырыш, әүҙем, белемгә ынтылыусан ҡыҙға киләсәктә лә ҙур уңыштар теләйбеҙ. Хыялдарың тормошҡа ашһын, Айлина!" - тип яҙҙы "Бәйләнештә" селтәрендә Бөрйән районы хакимиәте башлығы Ғәзиз Манапов.
Уҡытыусыһы Фәнүзә Хәкимова ла шатлығы менән уртаҡлаша: "Күпме тырышлыҡ ята был 100 балда. Айлинаны VII синыфтан уҡ уҡыта башланым. Шул тиклем тырыш, әйткән һәр эште ваҡытында үтәй. Февраль айында 900 мәсьәләне эшләп бөткәйне, мин айына 100 мәсьәлә бирәм (сентябрь-май, 900). Төрлө олмпиадаларҙа ҡатнашып еңеүсе һәм призер булды. УГНТУ, УУиНТ үткәргән олимпиадалаҙа 1- се урын, Санкт-Петербургта үткән донья кимәлендәге олимпиадала призер булырға өлгәште быйыл. Ата -әсәһенә, Айлинаға ҙур рәхмәтемде еткерәм. Бәхетле генә бул, матурым!"
Фото: vk.com.