-4 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар

4 фәндән 100-әр балға тапшырған

2024 йылғы Берҙәм дәүләт имтиханы буйынса һөҙөмтәләр билдәле. Ил буйынса һынауҙы бер уҡыусы 4 фәндән 100-әр балға тапшырған.

4 фәндән 100-әр балға тапшырған
4 фәндән 100-әр балға тапшырған

Ул – Мәскәүҙәге 1580-се Бауман инженер мәктәбенән Александра Оглобина. Урыҫ теле, йүнәлешле математика, физика, информатиканан иң яҡшы һөҙөмтәгә өлгәшкән. 

Рәсәй буйынса 3 фәндән 100-әр балды – 42, 2 фәндән 648 уҡыусы йыйған. Бөтәһе 8691 уҡыусы 100 бал алған.

Александра әйтеүенсә, Берҙәм дәүләт имтиханына әҙерләнеү ул әҙ генә ваҡыт ҡалғас, ҡабаланып мәсьәләләр сисеүгә тотоноу түгел, ә I синыфтан XI синыфҡа тиклем тырышып уҡыу. Ҡыҙ теүәл фәндәрҙе ярата һәм уҡыуға бар күңелен һала. Мәктәптең һәм ата-әсәһенең дә ярҙамын тойоуын билдәләй. Социаль селтәрҙәрҙә ултырмай, интернеттан тик тарихтар ғына тыңлай. Гитарала уйнай, һүрәт төшөрөргә ярата, шулай уҡ макияж һәм маникюрҙы үҙе эшләй. 

Фото: dzen. 

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: