+10 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Берҙәм дәүләт имтиханын 100 балға тапшырыусылар артҡан

Башҡортостанда 2024 йылда 153 кеше Берҙәм дәүләт имтиханы өсөн 100 балл алған. Былтыр иһә 82 ине.

Берҙәм дәүләт имтиханын 100 балға тапшырыусылар артҡан
Берҙәм дәүләт имтиханын 100 балға тапшырыусылар артҡан

153 иң юғары баһаланған эште 142 кеше яҙған, шуларҙың 6-һы - үткән уҡыу йылдары сығарылыусылары, ә 11 уҡыусы икешәр фәндән имтиханды 100-әр балға тапшырған. 

Билдәле булыуынса, быйыл Берҙәм дәүләт имтиханы буйынса яңылыҡтар ҙа булды. Мәҫәлән, сығарылыш синыфы уҡыусылары үҙҙәре һайлаған фәндәрҙең береһе буйынса имтиханды яңынан биргән. Бындай мөмкинлек Рәсәй Президенты Владимир Путин тәҡдиме менән булдырылғайны. Башҡортостанда 2 мең 500-ҙән ашыу кеше яңынан тапшырған. 

– Июнь айында мин Бөтә Рәсәй уҡыусылар олимпиадаһы еңеүселәре һәм призёрҙары менән осраштым. Быйыл улар ҙа, БДИ буйынса йөҙ балл алыусылар кеүек үк, ике тапҡырға күберәк, – тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үткән оператив кәңәшмәлә. – Был урта белемде модернизациялау буйынса барлыҡ тырышлыҡтарыбыҙҙың һөҙөмтә биреүен күрһәтә. Уҡытыусыларға, мәғариф һәм фән министрлығы етәкселегенә имтихандарҙы яҡшы ойошторғандары өсөн ҙур рәхмәт. Алға барабыҙ.

Әйткәндәй, республикала БДИ-ны 100 балға тапшырыусыларҙы әҙерләгән уҡытыусыларға 50 мең һум күләмендә премия бирелә.  Ә олимпиада еңеүселәре иһә донъя кимәлендәге Евразия фәнни-белем биреү үҙәгенә ҡараған юғары уҡыу йорттарына уҡырға инһәләр, республика Башлығының 150 мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған премияһын ала.

Фотола:  Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт интернат-гимназияһынан химия буйынса Берҙәм дәүләт имтиханын 100 балға тапшырған Дилә Хәйруллина.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: