Рәсәй мәғарифты күҙәтеү хеҙмәте хәбәр итеүенсә, 3 һәм 4 июлдә һынауҙы яңынан тапшырған уҡыусыларҙың 120-һе 100 балл алған. Шуларҙың 20-һе – информатиканан, 8-е – урыҫ теленән, 8-е – математиканан. Шуныһын да әйтергә кәрәк: zңынан һынау тотҡан 54 уҡыусының балдары былай ҙа юғары булған: 89 – 99 балл.
Барлығы 105 мең кеше Берҙәм дәүләт имтиханын яңынан тапшырған. Уларҙың 73 проценты күрһәткестәрен яҡшыртыуға өлгәшкән.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: ил Президенты Владимир Путин быйылғы Мөрәжәғәтнамәһендә: «Уҡыусыға үҙе һайлаған предметтарҙың береһенән берҙәм дәүләт имтиханын ҡабаттан тапшырыу мөмкинлеген бирергә тәҡдим итәм», – тип белдергәйне.