Әммә Рәсәй мәғарифты күҙәтеү хеҙмәте етәксеһе Анзор Музаев 13 ғинуарҙа алдағы йылдарҙа БДИ-ны бөтөрөү тураһында һүҙ бармай, тип белдерҙе. Уның әйтеүенсә, үҙгәрештәр көтөлһә, был турала бер нисә йыл алдан хәбәр итәсәктәр, сөнки уҡыусыларға алдан әҙерләнергә кәрәк.
Шулай уҡ Дәүләт Думаһының Фән һәм юғары белем буйынса комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Александр Мажуга "Известия" гәзитенә, әлеге ваҡытта Берҙәм дәүләт имтиханына альтернатива юҡ, тип хәбәр иткән. Имтихандың был форматы мәктәптә үтелгән бөтә материалдарҙы үҙ эсенә ала. Бынан тыш БДИ юғары уҡыу йортона инеү өсөн һынау булып та тора.
Фото: yandex.