-1 °С
Облачно
VKOKМакс

Математиктар күбәйә

Сығарылыш синыфы уҡыусылары 1 февралгә тиклем Берҙәм дәүләт имтиханын тапшырыу өсөн фәндәрҙе һайларға тейеш ине.

Добавить в предпочтительные источники Google
Математиктар күбәйәМатематиктар күбәйә
Математиктар күбәйә

Өфө ҡалаһында быйыл 4,7 мең кеше БДИ бирәсәк. Уҡыусыларҙың 62 проценты йүнәлешле математика фәнен һайлаған икән. Популярлыҡ буйынса икенсе урында - информатика: 31 процент. Унан һуң йәмғиәтте өйрәнеү фәне килә: 25 процент. 

Бына шулай, Өфөлә математиктар күбәйгән. Билдәле булыуынса, Берҙәм дәүләт имтиханының төп этабы 23 майҙан 23 июнгә тиклем барасаҡ. Һынауҙы тапшырыу буйынса әллә ни үҙгәрештәр көтөлмәй.

Фото: yandex.ru

 

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас