-8 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Берҙәм дәүләт имтиханы
17 Февраль 2025, 15:40

Һынау ауырмы икән?

"Бергәләп тапшырабыҙ. Ата-әсәләрҙең БДИ тапшырыу көнө" Бөтә Рәсәй акцияһы республика ҡала һәм райондарында 12 февралдән 31 мартҡа тиклем барасаҡ. 

Һынау ауырмы икән?
Һынау ауырмы икән?

Быйылғы сығарылыш синыфы уҡыусыларының ата-әсәләре математиканан һынау тотоп ҡарай ала. Улар Берҙәм дәүләт имтиханын тапшырғанда балалары үтәсәк процедураларҙың барыһын да үҙҙәре күрәсәк. Тик һынау ваҡыты ғына ҡыҫҡартыла, шулай ҙа төрлө типтағы эштәр менән танышыу мөмкин буласаҡ.

Акцияла ҡатнашыу өсөн үҙең йәшәгән район йә ҡаланың мәғариф идаралығы сайты яңылыҡтарын ҡарап барырға һәм белдереү булғас, теркәлеү үтергә кәрәк.

Фото: yandex.

Автор: Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас