Рәсәйҙә IX синыфта урыҫ теле һәм математиканан ғына имтихан тапшырып, аттестат алыу буйынса эксперимент үткәреләсәк, тип яҙғайныҡ инде. Унда ҡушылырға теләүселәр күп булды. Тик быйылға тәжрибә Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалаларында һәм Липецк өлкәһендә генә уҙасаҡ.
Пилот проектының һөҙөмтәләре ниндәй булыр? Имтихандарҙы кәметеү белем сифатына кире йоғонто яһамаҫмы? Былар мотлаҡ тикшереләсәк һәм һығымта яһаласаҡ. Эксперимент мәғариф системаһында етди үҙгәрештәргә килтереүе бар, йәғни бөтә белем усаҡтарына ла индерелеүе ихтимал. Ә кем белә, бәлки, ошо өс төбәк өсөн ваҡытлыса ғына эшләр...
Уйлап ҡараһаң, был тәжрибәнең дауамлы булыуы һәйбәт инде. Уны бит IX синыфтан һуң уҡыуҙарын колледж, техникумдарҙа дауам итергә теләгән уҡыусылар өсөн уйлағандар. Кем XI синыфты тамамларға йыйына, улар, әлбиттә, 4 имтихан тапшырасаҡ: икәүһе мотлаҡ, икәүһе үҙҙәре һайлаған фән буйынса.
Фото: "Йәншишмә".