Дәүләт имтихандары башланды

Быйыл Башҡортостанда 52 меңгә яҡын IX синыф уҡыусыһы - Төп дәүләт имтиханын, 17 мең тирәһе X һәм XI синыф уҡыусыһы Берҙәм дәүләт имтиханын тапшырасаҡ. 

Дәүләт имтихандары башландыДәүләт имтихандары башланды
Дәүләт имтихандары башланды

Бөгөн туғыҙынсылар сит телдәрҙән һынау тота. Математиканан имтихан - 3 июндә, урыҫ теленән 9-да буласаҡ. Берҙәм дәүләт имтиханы иһә 23 майҙа башлана. 

Сығарылыш синыфы уҡыусыларына уңыштар теләйбеҙ. Тулҡынландырғыс осор, әлбиттә, ҡайһы бер атай-әсәйҙәр балаларынан да нығыраҡ борсолоп, насар  психологик мөхит тыуҙырыуы бар. Тынысланырға, һәйбәт һөҙөмтәгә ышанырға кәрәк. Барыһы ла яҡшы булһын.

Фото: com/impg.

 

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас