Ә бына Мәләүез районында үҙ премияларын да булдырғандар. Район хакимиәте етәксеһе Зәбир Ғабдуллин урыҫ теленән һынауҙы 100 балға тапшырған 3-сө гимназия уҡыусыһы Ирина Улядароваға һәм уның уҡытыусыһы Эльвира Йосоповаға 100 мең һумлыҡ сертификаттар тапшырған. Райондың һәләтле уҡыусыларына, уларҙың уҡытыусыларына ҙур ярҙам һәм дәртләндереү сараһы был.
Эльвира Рафиҡ ҡыҙы сертификат аҡсаһын махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам фондына тапшырырға ҡарар иткән.
Фото: bashinform.