-8 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

Бер фәндән яңынан тапшырырға мөмкин буласаҡ

Сығарылыш синыфы уҡыусылары быйыл 2 февралгә тиклем Берҙәм дәүләт имтиханын тапшырыу өсөн фәндәрҙе һайлап, ғариза яҙырға тейеш.

Бер фәндән яңынан тапшырырға мөмкин буласаҡ
Бер фәндән яңынан тапшырырға мөмкин буласаҡ

Балдарҙы яҡшыртыу маҡсатында бер фәндән һынауҙы яңынан тапшырыу мөмкинлеге биреләсәк. Иғтибар итегеҙ: икенсе тапҡыр биргән һынау һөҙөмтәһе иҫәпкә алынасаҡ, ә тәүгеһе юҡҡа сығарыласаҡ. Тәүге балың һәйбәт булһа, үкенергә тура килмәһен өсөн, ныҡ уйлап ҡына яңынан тапшырырға барырға кәрәктер.

Аттестат алыу өсөн урыҫ теле һәм математиканан имтиханды биреү мотлаҡ. 

БДИ буйынса ҡыҙыу линия телефондары:  8 (347) 218-03-81, 218-03-28.  Эш көндәрендә иртәнге 9-ҙан киске 6-ға тиклем шылтыратырға мөмкин. Төшкө аш мәле - 1-ҙән 2-гә тиклем.

 

 

Автор: Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас