Онлайн-консультациялар уҙасаҡ

Мәғариф министрлығы XI синыф уҡыусылары өсөн Берҙәм дәүләт имтиханы һәм Төп дәүләт имтиханы буйынса онлайн-консультациялар ойоштороласағы тураһында хәбәр итә. 

Онлайн-консультациялар уҙасаҡОнлайн-консультациялар уҙасаҡ
Онлайн-консультациялар уҙасаҡ

Улар 24 марттан 3 апрелгә тиклем бөтә фәндәр буйынса уҙасаҡ. Мәҫәлән, урыҫ теленән 4 мартта 16.00-17.00 сәғәттә ошо фән буйынса республика комиссияһы рәйесе Әлмира Мөхәмәт ҡыҙы Ямалетдинова үткәрәсәк. 

https://education.bashkortostan.ru/documents/active/677728/ , https://education.bashkortostan.ru/activity/2434/ һылтанмалары аша дәрестәр ҡасан, нисек үтеүе тураһында мәғлүмәт табырға мөмкин.

Консультациялар тура эфирҙа үтә, һорауҙар бирергә була. Шулай уҡ бөтә дәрестәр ошонда һаҡлана, уларҙы теләгән һәр кем ҡарай аласаҡ.

Фото: blogger.

 

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас