-1 °С
Облачно
VKOKМакс

Тәүге һынау ойошҡанлыҡ менән үткән

Рәсәй мәғариф министры Сергей Кравцов белдереүенсә, Берҙәм дәүләт имтиханының тәүге көнөндә техник тотҡарлыҡтар, имтихан материалдарының таралып китеүе күҙәтелмәгән. 

Добавить в предпочтительные источники Google
Тәүге һынау ойошҡанлыҡ менән үткәнТәүге һынау ойошҡанлыҡ менән үткән
Тәүге һынау ойошҡанлыҡ менән үткән

1 июндә тарих, әҙәбиәт, химия фәндәрен һайлаған уҡыусылар һынау бирҙе. Улар 12-13 июндә нисә балл йыйыуҙары тураһында мәғлүмәт аласаҡ. 

Билдәле булыуынса, әҙәбиәт һәм тарихтан минималь балдар - 32, химиянан - 36.

Быйыл Башҡортостанда 17 меңләп кеше БДИ тапшыра. Сығарылыш синыфы уҡыусыларының 62 проценты профилле математиканы һайлаған. Йәмғиәтте өйрәнеү, информатика, химия, биология, физика фәндәренән имтихан тапшырыусылар ҙа күбәйә бара. 

Фото: tagancity.

 

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас