+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Үткәндәргә гәлсәр күперҙәр аша

Мөғжизәле белем донъяһы

Китап уҡырға әүәҫлегем ҡасандан төҫмөрләнә башланы һуң әле? Беренсе синыфҡа әҙерләнеп йөрөгәндә аръяҡта йәшәгән Нәғимә өләсәйем миңә Күмертау ҡалаһынан «Әлифба» китабын алып ҡайтты. Уларҙың күршеһендә йәшәгән Хәсән исемле малай уның баҙар­ҙан ҡайтып килгәнен күргән дә миңә һөрәнләп йүгерә.
– Миңлегөл, өләсәйең һиңә «Әлифба» алған, һөйөнсө, һөйөнсө!
Мин инде үҙемде-үҙем онотоп, шатлығымдан аяҡтарым ергә теймәй, күпер яғына саптым, күптән көткән мөғжизәле китап! Ул ваҡиғаға күп йылдар үтеү сәбәпле, тышындағы һүрәтен иҫләмәйем, әммә ҡулымдағы бүләктең үҙенсәлекле еҫ менән аңҡыуы һаман да хәтерҙә тора. Бәләкәс кешенең кескәй йөрәгендә ошонан башлап аҡ биттәргә төшкән яҙыу­ҙарға ҡарата һөйөү тыуғандыр ҙа, тим. Юл уртаһында мөкиббән китеп китаптың матур һүрәттәрен ҡарай башланым…
Мәктәпкә барып, ысынлап уҡый башлағас, мине китаптағы хәрефтәр менән тәүге уҡытыусым Гөлләрә апай Мөхәмәтҡолова (Әлмөхәмәтова) таныштырҙы, уҡырға өйрәтте.
Шулай бер саҡ, хәрефтәрҙе таный ғына башлағанда, ҡыҙылса менән ҡаты ауырып киттем. Күпмелер ваҡыттан һуң һылыуым Зөһрәгә лә йоҡто был сир. Беҙ икәүләп урындыҡта ятабыҙ, өҫтөбөҙҙә ҡалын юрған. Тышта ҡыш ине, шикелле. Әсәйем өйҙә юҡ, һәр көндәге кеүек, ул фермала эштә. Беҙ уның ҡасан тороп, ҡасан киткәнен дә һиҙмәй ҡалабыҙ, таңдан юғала ла кис кенә ҡайтып инә. Шундай көндәрҙең береһендә, ауырыу еңеләйә башлағастыр инде, уҡыуҙан артта ҡалдым, тип уфтанып ятҡанымда, өйөбөҙгә уҡытыусыбыҙ Гөлләрә апай килде. Беҙ шул тиклем һөйөндөк. Үҙем уҡыһам да, Зөһрә һылыуым бәләкәсерәк ине. Гөлләрә апай миңә яңы хәрефтәр өйрәткәндә, ул апайҙың ауыҙына ҡарап йотлоғоп тыңлай торғайны, һуңыраҡ, йәше етмәһә лә, минең менән бергә мәктәпкә йөрөп аптыратты. Ул саҡтағы мәктәп директоры Абдулхай ағай Хөсәйенов Зөһрәгә:
– Бик бәләкәйһең бит әле, йәшең еткәс, килерһең, – тиһә лә, көн дә ошо юлды тапаны, дәрестәр бөткәнсе тупһала ултырыр булды. Ана шулай ныҡышып Зөһрә бер йыл алдан уҡый башланы. Әйтергә кәрәк, бик тырыш, зирәк булды ул, бер эштә лә һынатманы. Уҡытыу­сыбыҙ Гөлләрә Ғәйзулла ҡыҙының кешелеклелегенә, ғәҙеллегенә, ябай хеҙмәт батырлығына әле һаман да һоҡланам… Тәүге уҡытыу­сыбыҙ мин өсөнсөнө бөткәндә кейәүгә сығып, Таймаҫ ауылына күсеп китте. Унан һуң мәктәбебеҙгә Тәнзилә исемле бик яғымлы, һөйкөмлө икенсе уҡытыусы килде. Беҙ яңы мөғәллимә апайыбыҙҙы ла яраттыҡ.
Алыҫ бала саҡ хәтирәләренә сум­ғанда, донъялағы иң ғәзиз, иң ҡәҙерле кешем – әсәйем күҙ алдына баҫа ла шул саҡтағы бәхетле минуттарҙың, исмаһам, бер секунды булһа ла кире әйләнеп ҡайт­һа ине, тием дә, күҙ йәштәремде тыя алмайым, күңелем һыҙлана… Ҡәҙерлемдең миһырбанлы йөрәгенә, кешелеклелегенә, алдан күрә белеүенә әлегәсә ғәжәпләнәм. Үҙенең уҡый алмауына әсенеп, һөйләп-һөйләп алыр ине. IV синыфты гел «бишле»гә генә тамамлаған. Ул бала сағында тыуған ауылы Урта Моталда йәшәгән. V синыфтан алып уҡырға Васильевка тигән урыҫ ауылына йөрөргә кәрәк булған. Тик ата-әсәһе баланы кешелә ятҡырып уҡытырға уйламағандыр, күрәһең. Өләсәйгә ошо хаҡта үпкә һүҙҙәрен еткерә тор­ғайны. Шуға күрә лә әсәйем беҙҙе уҡытырға тырышты. Үҙе ғүмер буйы алһыҙ-ялһыҙ эшләне. Фермала быҙау ҡараны, көҙ көндәрендә уңыш йыйыусы комбайнсыларға аш бешерҙе, икмәкте үҙе бешереп алып барҙы. Әсәйемдең аш-һыуын яратып ашай торғайнылар, күп рәхмәттәр ишетте. Йәйгеһен сөгөлдөр утау, аҙаҡ уны таҙартып, хөкүмәткә тапшырыу бурысы тор­ҙо. Беҙ уға һәр эштә лә ярҙамсы булдыҡ. Ҡәҙерле кешебеҙ эшендә маҡталды, оло хеҙмәттәре өсөн ауылдаштары хөрмәтләне, бер нисә тапҡыр ауыл советы депутаты итеп һайланды. «Сиҙәм ерҙәрҙе күтәргәне өсөн» тигән миҙалы ла бар әсәйемдең.

Ҡәҙерле кешеләрем

Хәтеремдә, атайым иҫән саҡта ла, уның вафатынан һуң да бер аҙ ваҡыт олатайым менән өләсәйемдәрҙең өйөндә йәшәнек. Бала саҡтың бер хәтирәһе. Беҙ бөтәбеҙ ҙә оло яҡта ашап ултырабыҙ. Ашъяулыҡ тирәләй барыһы ла теҙелешеп урын алған. Мин бәләкәй инем, 3 – 4 йәш тирәһе бул­ғандыр. Ашымды ашап бөттөм дә аҡ матур кәмә формаһындағы фарфор һауытымды аш бүлмәһенә (ул таҡта менән бүленгәйне) алып сығып барам. Ни бәлә, тәрилкәм ҡулымдан шыуып төшөп китте. Аһ, ниндәй матур ҡәҙерле һауытым ватылды бит! Ул ваҡытта бындай «хазина»ны ҡайҙан тапҡандарҙыр инде, өйҙәге башҡа сеүәтәләр, тәрилкәләр ҙә, ҡалаҡтар ҙа ағастан ине бит. Хәҙер генә кеше тутыҡмай торған ҡалаҡтар менән ашай. Ни ғәжәп, мине берәү ҙә әрләмәнесе. Уҫал ғына Мәрғизә апайым да һүҙ ҡушманы, өндәшмәй ҡалды…
Олатайым менән өләсәйем мәрхүм булған улдарының балаларын – беҙҙе – Зөһрә менән мине, унан һуң оло ҡыҙҙары Мәғфиә инәйемдең Зөфәр исемле улын ҡарашты, инәйем тәүге иренән айырылып, икенсе кешегә кейәүгә сығып киткән. Олатайым Ноғман Олоҡман улы Ҡотлогилдин Башҡорт атлы дивизияһында иҫәпләнеп, Петроградты аҡтарҙан ҡотҡарыуҙа ҡатнаша, ауыр яра ала, аяғын дошман пуляһы үтә тишеп сыға. Беҙ бәләкәй саҡта, унан һуң да олатайыбыҙ һәр ваҡыт таяҡҡа таянып йөрөнө. Һөйләшергә әүәҫ саҡтарында ул беҙгә нисек итеп яраланыуы тураһында бик ихлас бәйән итә тор­ғайны. Йәш саҡтың, бала саҡтың ғәмһеҙлеге! Ҡәҙерле кешебеҙҙең һөйләгәндәрен ҡағыҙға төшөрөп ҡуйһаҡ, ни була инде?! Күпме сәхифәләр серен, күпме яу юлдары, ил тарихына бәйле ваҡиғалар, батырлыҡтар хаҡында белер инек бит!
Алыҫта ҡалған бала сағым тураһында хәтирәләрҙе яңыртҡанда иҫ китмәле, мөғжизәле тойолған хәл-ваҡиғалар иҫкә төшөп, күңелде тулҡынландыра, һағышландыра, шул ваҡыттың мәңге лә ҡайтмаясағын белгәнгә күрә, үкереп илар­ҙай булаһың, уйҙар даръяһы диңгеҙ кеүек, бер инеп китһәң, сығырмын да тимә. Ошондай бер көн иҫтә ҡалған: миңә 4 йәштәр самаһы булғандыр – атайым тальян гармунын тотоп, урындыҡта уйнап ултыра. Беҙ өсәүҙең – Зөһрәнең әле бөтөнләй бәләкәй сағы, бер йәштән саҡ уҙғандыр, Зөфәр, ике туған абзыйым, мин – өсәүләп ул уйнаған көйгә өйрөлөп бейейбеҙ. Үҙебеҙсә шул тиклем әүрәп китәбеҙ, күрәһең, бейей-бейей йығылып та ятабыҙ, кире тороп, аяҡтарыбыҙ талғансы тыпырлайбыҙ. Атайымдың беҙгә ҡарап, ҡыуанып, йылмайып ултырғаны һаман да иҫтә… Нимә генә уйлап ултырҙың икән шул мәлдәрҙә?! Үҙең ҡаты ауырыған көнөңдә лә, сабый­ҙа­рыңа ниндәйҙер бәләкәй генә бул­һа ла шатлыҡ-ҡыуаныс бүләк итергә онотмағанһың, үҙенең дә ошо шатлыҡтан аҙ булһа ла күңеле күтәрелеп, моңһоу уйҙары таралып киткәндер, тип фаразлайым. Әлдә гармунсы булған, эсе бошоп китһә, ҡулына алып, үҙе яратҡан көй-моңдарын һыҙҙырып, уйнап ултыр­ған…
Балалар бейеүенә һоҡланып ҡарап торғандан һуң, атайым тәм-том һаҡлаған төйөнсөгөн сығарып, беҙҙең өсөбөҙгә лә лампасый бирә, матур ҡағыҙлы кәнфиттәр ул ваҡытта ауылға килеп тә етмәгәндер. Ул ауырыу булғас, өләсәйем үҙенә шаҡмаҡ шәкәр, йомро лампасыйҙар һалып, төйөнсөк тегеп бирҙе, улына витамин, глюкоза кәрәк, тип үҙенсә тырышҡандыр. Ә атайым уңайы тура килгән һайын үҙенең тәмлекәстәре менән беҙҙе һыйлай ине. Йә, ниндәй замандар булған бит, беҙ яратып һыйланған тәмлекәстәрҙе хәҙерге балалар һанға ла һуҡмаҫ ине, ниндәй күҙ­ҙең яуын алырлыҡ кәнфиттәр, шоколадтар, башҡа төрлө ниғмәттәр сығаралар ҙа баһа һатыуға. Беҙҙең бала саҡ уларҙы белмәне лә, күрмәне лә. Ошондай тормоштоң ҡәҙерен белеп йәшәргә генә инде…
Нимә мин гел тәмлекәстәр тураһында һөйләйем, беҙ бит иң туҡлыҡлы аҙыҡ – икмәккә лә туймай бала-сағыбыҙҙы үткәрҙек. Бер беҙҙең өйҙә генә түгел, илгә килгән ауырлыҡтар ине был. Халҡыбыҙ бары­һын да үҙ елкәһендә күтәрҙе, ҡайғыларын да кисереп, аслыҡтарын да үткәреп, хәҙерге мул тормошто яҡынлаштырҙы. Ошо заман балаларына был әкиәт кеүек тойолор, әммә барыһы ла булған хәл. Иң ауырын беҙҙең олатайҙар, өләсәйҙәр, атайҙар, әсәйҙәр, ғөмүмән, ололар күрҙе, арымай-талмай эшләне улар, зарланып йөрөмәнеләр, хеҙмәттә уҙҙы ғүмер­ҙәре…
Ас ваҡыттарҙы ла үткәрҙек, тигәнем юҡҡа түгел. Хәҙерге балалар шикелле туйғансы бутҡа ла ашап үҫергә тура килмәне бит беҙҙең быуынға. Үҙең кисергәнгәме, гел ашамлыҡ йә ашау тураһында ваҡиғалар хәтергә килә лә төшә шул. Зөһрәгә бер йәш тирәһе булдымы икән, әсәйем алюмин көрөшкәлә усаҡ утында манный бут­ҡаһы бешерә, күрәһең, ул бигерәк аҙ булғандыр, һылыуыңа ғына етә, һиңә икенсе тапҡыр булыр, тип йыуата. Икенсе тапҡырҙың, бала ғына көйөнсә лә, булмаҫын аңларлыҡ хәлдә инем инде. Ни эшләйһең, заманы шулай булды. Унда-бында Мәрхәбә өләсәйем бойҙай ҡурмасы менән һыйлай тор­ғайны, эй, бигерәк тә хәстәрле, йомарт та ине беҙҙең өләсәй! Нисек тә берәй тәмле ашамлыҡ менән әүрәтергә тырышҡан, ошондай өләсәйең барҙа, аслыҡ янаймы ни! Ике туған Зөфәр абзыйым күберәген олатайым тирәһендә йөрөнө. Олатай менән өләсәйҙең ҡанаты аҫтында үҫеп, Таймаҫ урта мәктәбен тамамлағас, әрме хеҙмәтенә китте, хеҙмәткә тиклем шофёр һөнәренә уҡыны, ҡайтҡас инде үҙ тормошон ҡорҙо, Мәләүездә йәшәне ғаиләһе менән. Шуныһы ҡыҙғаныс – Зөфәр абзы­йым пенсия йәшенә лә етмәйенсә был яҡты донъянан китеп барҙы. Тормош иптәшенә, балаларына, ту­ғандарына сабырлыҡ бирһен Хоҙай.
Хәтер һәм хәтирә! Был ике изге төшөнсә уйлай алған һәм уйларға теләгән кешене үҙенең өҙөлмәҫ алтын ҡулсаларына ҡыҫып алалыр ҙа көндәргә, айҙарға, йылдарға һәм, ахыр сиктә, бер минутҡа бул­һа ла ебәрмәй тоталыр. Ошо сик­һеҙ ваҡыт арауығында ниҙәр генә кисермәйһең дә, ниндәй генә уттар йотмайһың, ниндәй даръяларҙа йөҙмәйһең, ниндәй упҡындарға батмайһың! Әйтеүе анһат. Тотош кеше ғүмере! Һуғышты үҙ күҙҙәре менән күргән, фажиғәһен кисергән олатайым үҙенең ике уланын – олоһо Муллаянын, кесеһе Сәлим­йәнен Бөйөк Ватан һуғышында юғалтты. Муллаян бабайымды хәбәрһеҙ юғалды, тип иҫәпләп йөрөгәндәр. «Хәтер китабы»нан ҡарағандан һуң, бабайымдың Белоруссия ерендә ҡорбан булып ҡалыуы беленде. Ә атайым Сәлим­йән Ноғоман улы алған яраларынан төҙәлә алмайынса, 1953 йылдың беренсе апрелендә тыуған ауылы Ялсыҡайын, яҡындарын мәңгегә ташлап китте.
Күңел йәрәхәте, йөрәк һағышы. Һыҙланып туҡтай аламы ни кеше күңеле?! Ошо яҡты донъяла йәшәгәндә, юғалтыу һағыштарын онотоп, тыныс ғүмер итеү мөмкинме һуң? Юҡтыр, тим.
Хәтер һәм хәтирә… Күңелең уттарын ҡуҙландырып торор йыһан донъяһы менән берҙер ул. Ҡайта-ҡайта үткәндәреңә һыйынып йә йылынып алырға, йә ел-дауылдарында өшөп, йә туҡтауһыҙ атларға мәжбүр иткән ҡояшында ҡыҙынып, ямғырҙарында күшегеп, усағында кибенеп алырға ынтыл­ған тыуған ерең менән оҡшаштыр ул хәтер тигәнең.

Мәрхәмәтле Мәрхәбә өләсәйем

Хәтирәләремдең сөңгөлдәренә етә барған һайын, олатайым менән бер рәттән, атайымдың әсәһе Мәр­хәбә өләсәйемде һағынып, мәрхәмәтле оло йөрәген юҡһынып иҫкә алам. Уның кеүек уңған, хәстәрле әсәйҙәр, әлбиттә, күп бул­ғандыр ауылда, әммә өләсәйем минең өсөн үҙе берәү генә шул! Әлеге әйткәндәй, олатайым күңеле килгәндә, беҙҙе әүрәтеп (беҙ, тигәнем – мин, Зөһрә һылыуым, ике туған Зөфәр абзыйым), әллә күп­ме ҡыҙыҡлы тарихтарҙы, үҙҙәренең йәш ваҡыттарын иҫкә төшө­рөп һөйләй ине.
Мәрхәбә өләсәйем бай ҡыҙы бул­ған. Сығышы менән Фёдоровка районының Батыр ауылынан. Олатайым үҙенең нисек итеп кәләш әйттереүен йыш ҡына ҡыҙыҡ итеп бәйән итер булды:
– Киттем бит Батыр ауылына кәләш әйттерергә. Өләсәйеңдең атаһы бай кеше ине. Көтөү-көтөү йылҡы малы, һыйырҙар иҫәпһеҙ ине, ҡош-ҡорт, ваҡ мал. Барыһы ла лерләшеп йөрөй.
Үҙем ярлы булһам да, бай ҡыҙына өмөт иткәнмен бит әле, тип көлөмһөрәп ҡуйыр ине. Ҡыйыулыҡ та булған икән үҙемдә. Мин, әлбиттә, атайым менән барҙым. Тегеләр алдыбыҙға табаҡ-табаҡ йыл­ҡы ите ҡуйҙы, тәгәс-тәгәс һаумал ҡымыҙ. Өләсәйеңдең атаһы һимеҙ өлөштө атайыма һоғондора, үҙе һамаҡлай:
– Ярлы ҡыртыш Олоҡмандың нимәһен ашайһың, әйҙә туйып ҡалығыҙ, – тип беҙҙән көлмәксе бул­ғайны ла, атайым был хәлде күңеленә йомдо. Ҡайным булаһы кеше беҙгә килгәс, атайым ҡоҙа кеше­гә: «Олоҡмандың нимәһен ашай­һың, бына һимеҙ ҡалъяһын һоғон», – тип һыйлағайны, – тип хәтерләй.
Олатайым ярлы булһа ла, бер ни­сә аты, бер нисә баш һыйыр ма­лы аҫраған. Өләсәйем йәшләй ге­нә килен булып төшкән беҙҙең ауыл­ға. Хәтерем алдамаһа, 13 – 14 йәштәр самаһы булған, шикелле (үҙенең һөйләүенә ҡарағанда). Бай ҡыҙы булғас, уның күҙ ҡамаштыр­ғыс матур әберкәле күлдәктәре, кешмир, ебәк, ситса (француз) яулыҡтары, тәңкәле сәсүрместәре, ҡашмауҙары, аҡыҡ мәрйенле күкрәксәһе һәм башҡа затлы әйбер­ҙәре күп булған. Уйын­ға сығыр алдынан ауыл ҡыҙҙары әйберҙәрен кейеп торорға һорап килгән. Өләсәйем улар менән тауға уйынға йөрөгән. Бала саҡ бит! Ғәжәп күңелле саҡ! Нисек кенә урамға сыҡмай, өйҙә ултырмаҡ кәрәк. «Әйҙә, Ҡыҙыл тау­ға, уйынға!» – тип бер-береһен дәртләндереп йүгергәндәр тау башына.
Бына шулай хәтерләр ине йәш сағын Мәрхәбә өләсәйем. Бала ғына башына донъя көтөү мәслихәте төшкәс, нишләһен инде – егелгән тәртәгә, бер егелгәс, тарт­ҡан инде донъяһын.
Читайте нас: