+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Һуҡыр сысҡанға һунар йәки мин нисек магнитофонлы булдым

Беҙ бала саҡта телевизор, телефон һәм башҡа әүрәткес нәмәләр булмағас, урам буйынан ҡайтып инмәнек. Мал-тыуар ҡарауҙан, баҡса һәм башҡа ваҡ-төйәк эштән тыш, уйнарға ла ваҡыт таба инек. Һуңлап ҡайтһаҡ, ҡайһы саҡта ишек башында «аҡыл» сыбығы ла көтөп ала торғайны...

ек. Һуңлап ҡайтһаҡ, ҡайһы саҡта ишек башында «аҡыл» сыбығы ла көтөп ала торғайны... Тик әле мин ул «аҡыл сыбығы» хаҡында һөйләргә йыйынмайым. Ә шул замандағы бер табышлы шөғөл хаҡында яҙыуым. Уны элек тә ҡайһы ваҡыт хеҙмәттәш коллегаларыма һөйләгәнем булды. Эш шуның менән бөтә торғайны. Әле бына яңыраҡ тағы ла шул хаҡта һүҙ сығып, әйҙә, яҙ әле, ҡыҙыҡ бит, тип дәртләндереп ебәрҙеләр. Шуға ла ҡулыма ҡәләм алдым.

Беҙҙең яҡтарҙа был шөғөл менән электән мауыҡҡандар. Сөнки апаруҡ ҡына аҡсалата табыш килтергән булған ул. Мәҫәлән, оҫтараҡтар йә булмаһа егәрлерәктәре бер миҙгелдә сама менән 1300 – 2000 һум аҡса эшләп алған. Ул заманда был бик ҙур сумма ине. Айлыҡ хеҙмәт хаҡы уртаса 100 – 130 һум тирәһе булғас, тимәк, 14 – 20 көндә ике йыллыҡ эш хаҡы эшләп булған бит. Тик уның өсөн йыбанмай көнөнә 40 – 60 саҡрым араны йәйәүләп үтергә кәрәк. Ҡорған ҡапҡандарыңды ваҡытында ике тапҡыр ҡараһаң, 100 – 150 бөртөк төрткөнө тоторға була. Шуның өсөн дә миҙгеле етеү менән ауылдағылар алдан әҙерләгән ҡап­ҡандарын аҫып, үҙҙәре алдан күҙаллап ҡуйған тәғәйен һуҡмаҡтарына ашыға. Тәғәйен тим, сөнки урмандағы һәр бер һуҡмаҡҡа төрлө кеше ҡапҡанын ҡора алмай. Ҡорған сүрәттә лә, хужаһының ризалығы менән генә файҙалана ала. Шуға ла ауылда йәшәгән һәр кешенең үҙ һуҡмағы була. Дөрөҫөрәге, ғаилә һуҡмағы, тиһәк тә яңылышмабыҙ, сөнки туған-тыумасаһы йыл да бер үк юлдан һуҡыр сысҡанға (беҙҙең яҡта, төрткө, тиҙәр) ҡапҡан ҡороп, уның тиреһен тапшырып, арыу ғына аҡса эшләй. Ә инде тәғәйен һуҡмағы булмағандар, алыҫҡа китеп, ағас һөйрәтеп, үҙҙәренә сысҡанға юл яһай.
Ҡыҙыҡ инде, эшһеҙ кеше шикелле сысҡанға юл һалып йөрөсө әле. Аҡса эшләгең килһә, төрлө ысулдар эҙләйһең инде. Яңы һалынған һуҡмаҡ, әлбиттә, электән тапалып нығынғаны һымаҡ булмай. Ҡатып киткән һуҡмаҡта һуҡыр сысҡан шәп эләгә, сөнки ул ҡап­ҡанды урап үтеп, анһат ҡына икенсе яҡтан йырып сыға алмай. Ә яңы йомшаҡ ерҙә улар рәхәтләнеп юлын йыра. Ҡайһы саҡ хатта ҡапҡаныңды ҡалҡытып та сығып китә.
Беҙҙең һуҡмағыбыҙ булма­ғас, киттек атайым менән сыс­ҡан юлын эҙләп. Тау-урмандар­ҙың шырлығын йырып, хатта кеше аяҡ баҫмаҫ ергә лә барып сыҡтыҡ, ә һуҡмаҡ юҡ. Ә ҡайҙан булһын ул 15 саҡрым алыҫлыҡтағы ерҙә. Шулай йөрөп, көн дә кискә ауышты. Ҡыуыш ҡороп, таң аттырғас, атайым: «Былай булмай, улым, икенсе берәй әмәлән табайыҡ. Мин бынан алыҫ булмаған урында күптән инде ағас киҫеп йөрөгәндәрҙең трактор юлын абайланым, тик уны ауып бөткән ағастарҙан таҙартып алырға кәрәк. Һуңынан шуның кәлейәһенән ағас һөйрәтеп булһа ла, үҙебеҙгә юл яһап ҡарайыҡ. Ә унда, кем белә, теге һуҡыр сысҡан да йөрөй башлар, бәлки», – тип мине дәртләндерҙе. Ике көн буйы иртәнән кискә хәтлем манма тиргә батып, төрткөгә юл һалабыҙ. Эргәнән болан да, тайыш табаны ла әүкелтәп китә, ә беҙҙең өмөт – һуҡыр сысҡан. Өс кис ҡунғандан һуң беҙҙең яһалма һуҡмаҡтан да әҙме-күпме төрткөләрҙең тәпәй эҙҙәре күренә башланы. Иртәгеһенә үк, ваҡытты бушҡа уҙғармай, йөкмәп килгән ҡап­ҡандарҙы ҡора башланыҡ. 20 саҡрым тирәһе юлыбыҙға 50 пар ҡапҡанлыҡ төрткө юлы булды. Был, әлбиттә, аҙ. Шулай ҙа төшөнкөлөккә бирелмәйбеҙ. Тиҙерәк тәүге уңышты күрге килә. Төшкө ашты ҡапҡылап алғас, ҡапҡандарҙы ҡарарға ашыҡтыҡ. Мәгәр шатланырға иртәрәк булып сыҡты: тәүге һалынған ҡапҡандарыбыҙ ситкә атылып, «бына һеҙгә күкеш», тигәндәй ята ине. Ҡалғандарыбыҙ менән дә шул хәл ҡабатланғас, минең кикрек төшә башланы. Күпмелер ара үткәс, атайым шатлығынан балаларса ҡысҡырып ебәрмәһенме: «Улым, булды тәүге «ҡоймаҡ». Бына ҡара, хатта йәнен дә биреп өлгөрмәгән». Бер төрткө менән тун тегеп буламы ни, тип мин атайымдың табышына әллә ни ҡыуанманым. Ҡап­ҡандарыбыҙҙы барлап, артабан атлайбыҙ. Бар­ған һайын берәү, икәүҙе эләктерә торғас, һуҡмағыбыҙҙың аҙағында атайымдың моҡсайы бер төрлө йомрайып торған һымаҡ күренде. Хәҙер инде мин дә йылмайып ебәрҙем.
Ҡыуышыбыҙға ҡайтып, тиреләрен һалдырғас, тегеләр­ҙе кип­терер өсөн таҡтаға оҡшатып юнылған ағасҡа теҙеп, сөйләй башланым. Үҙем табышыбыҙҙы һанамаҫҡа тырышам. Аҙаҡтан бер юлы иҫәпләп, атайымды һөйөндөрөрмөн, тим үҙемсә. Аҙаҡ һананым тиреләр­ҙе: улар 27 бөртөк ине. Атайым быны ишеткәс, ысынлап та, балалар кеүек ҡыуанды. «Улым, быныһы башы ғына әле, бына күрерһең, иртәгә ике тапҡырға күберәк тотасаҡбыҙ, сөнки бер әмәленә төшөндөм әле. Төрткө ҡап­ҡанды ҡалҡыта алмаһын өсөн уны ике саталы ағас ботағы менән нығытырға кәрәк», –  тине. Ә минең бар уйым бөгөнгө табышты аҡсаға әйләндереү ине. Тәк, бер тирене илле тиндән һанаһаң, табыш – 13 һум 50 тин. Тик улар барыһы ла шул хаҡҡа түгел. Бала һуҡыр сысҡан тиреһе генә – 50 тин, уныһын да матур итеп эшкәртергә кәрәк. Инә менән атаһы – 20 тин, ә инде эшкинмәгәне – 10 тин генә. Ҡыҫҡаһы, үҙемсә күпмелер килемде башыма һеңдерә-һеңдерә йоҡоға талғанмын. Төшөмдә һуҡыр сысҡандарҙың ҡыуышҡа килеп баҫыш­ҡанына тертләп: «Атай, тот, тот! Ана, ҡара, төрткөләр үҙҙәре беҙгә килгән», – тип һаташып бер бул­ғанмын. Быны атайым көлә-көлә һөйләне.
Иртән күҙҙәремде тырнап асҡанда атайым күптән инде тороп, сәй ҡайнатып, мине уятырға ҡыйынһынып ултыра ине. Юлға иртә торорға тейешбеҙ, сөнки ара алыҫ ҡына, ҡап­ҡан­дарҙың элеккеләрен ҡарап, яңыларын ҡороп барырға кәрәк. Иртәгеһенә табышыбыҙ ике тап­ҡырға күберәк булмаһа ла, мул ғына эләкте: 42 бөртөк менән хушһындыҡ. Уларҙың тиреләрен тиҙ генә ағасҡа теркәп ҡуйҙым. Ике көндә 67 бөртөк тотҡас, тимәк, ике аҙнала 469 сысҡан буласаҡ, тип үҙемде йыуатҡан булам. Сөнки төрткө­нөң эләгеү осоро – 14 – 16 көн тирәһе. 20 көн дә йөрөргә була. Тик улар ҡапыл кәмей һәм йүнләп тотолмай башлай. Шуның өсөн ике аҙнала өлгөрөргә кәрәк.
Ҡырҡ икенсе төрткөнө сөйләгәс, атайым: «Ҡапҡандарҙы көнөнә ике тапҡыр ҡарарға кәрәк. Шулай эшләмәһәк, ҡапҡан­ға эләккәне эргәһенән юлды быуа ла арттан килгәне үтә алмай, икенсе яҡтан йырып сыға. Шуның өсөн, улым, йыбанмай ғына йәһәтләп йөрөп ҡайт әле», – тине. Минең тән эҫеле-һыуыҡлы булып китте. Башымдан йәшен тиҙлегендәй әллә ниндәй уйҙар үтте. Әҙәм балаһы аяҡ баҫмаған, айыу-бүреләр хужа булған ҡара урманға бер үҙемде нисек ебәрмәк кәрәк? Бер һуҡыр сысҡан тотам, тип башымды «элмәк»кә тығайыммы хәҙер? Эстән генә: «Атай, ни ҡушһаң да ҡуш, тик минең яңғыҙымды унда ебәрмә!» – тип әйтке килгәйне лә, ләкин нисектер тыйылып ҡалдым. 14 йәшлек үҫмермен бит. Данлыҡлы батырыбыҙ Салауат Юлаевтың минең йәштә айыу йыҡҡаны күҙ алдыма килеп баҫты. Башыма: «Уның һымаҡ була алмайыммы ни?» – тигән уй килде. Бәлки, үҙемде эстән генә шулай йыуатамдыр. Теге «элмәк» барыбер уйымдан сыҡмай. Нишләргә? Баш тартайым микән? Риза булһам, үлемгә тиң. Ике ут араһында торам. Хәйлә ҡороп та булмай, бизнес ундай­ҙарҙы хушһынмай. Тешемде ҡыҫып, ярай, тигән булып, йыйына башланым. Ә үҙем уйым менән айыуҙар менән алышам. Атайым күрмәгәндә генә итек ҡунысына бысаҡты тығып ҡуй­ҙым. «Балта алайыммы икән?» Ул көлөмһөрәй: «Утын киҫергә бараһыңмы ни, улым?» Эйе, тип үс итеп өндәшке лә килде, тик тешемде ҡыҫып түҙҙем. Шулай ҡаршылашмай, нимә булһа ла булыр, тип киттем һуҡмаҡтар буйлап, ҡап­ҡандарҙы ҡарап. Мәктәптә, Алла юҡ, дин юҡ, тип тылҡыуҙар юҡҡа сыҡты. Биш ваҡыт намаҙын ҡалдырмаған өләсәйемдең доғалары иҫкә төшә башланы.

Ул һәр саҡ: «Алла бар, улым. Ҡайҙа барып, ни ҡылһағыҙ ҙа, уның барлығын онотмағыҙ», –  ти торғайны. Ә беҙ: «Ҡайҙа ул, йә, күрһәт әле уны», – тип теңкәһен ҡорота инек. Маһира өләсәйем дини кеше булды. Үҙебеҙҙән генә түгел, яҡын-тирә ауылдарҙан да килеп, йыш ҡына Ҡөрьән мәжлестәренә саҡыра торғайнылар үҙен. Көн дә намаҙ уҡыны, ураҙа тотто. Ул беҙгә боронғо кеше һымаҡ тойола ине. Әлеге лә баяғы дин тураһында һүҙ сыҡһа: «Бына, улым, килер заман, эсәр һыуығыҙҙы ла һатып аласаҡ­һығыҙ, хатта әбрәкәйгә лә аҡса түләп инерһегеҙ. Аллаға ла ышаныр­һығыҙ, дин дә ҡайтасаҡ», – тип әйткәндәре һаман да иҫемдә. Ул ваҡытта миңә 10 – 12 йәш самаһы булғандыр. Аптырай торғайным. Нисек инде ул, тау­ҙың һәр үҙәгенән ағып төшкән шишмә һыуын һатып алмаҡ кәрәк? Хәҙер генә инандым, өләсәйем хаҡлы бул­ған икән дә! Ә инде, Аллаға килгәндә, ул бар икән, ысынлап та...
Беренсе парлы ҡапҡанға ике төрткө эләгеп, һүрелеп барған күңелемде бер аҙға күтәрә төштө. Күпмелер юл үтеүгә йәнә тағы икәүһе аяҡтарын һелкетеп ята. Күп эләккәндәр был юлы ла. Тик мин бит план буйынса ҡапҡандарҙы йәһәт кенә ҡарап, тиҙ генә, йүгерә-атлай атайым ҡалған ҡыуыш янына кире ҡайта торған кеше. Ә улар... Былай булғас, һуҡмаҡтың яртыһын үтермен дә шунан ҡайтырмын, тигән уй килде башыма. Табыш бар бит инде, ә атайым ҡайҙан белһен, минең ҡай­ҙан әйләнгәнде... Шулай уйлана-уйлана бара торғас, юлдың осона барып еткәнемде һиҙ­мәй ҙә ҡалдым. Көн оҙон булы­уына ҡарамаҫтан, ҡояш аҫҡа тә­гәрәй башлағайны инде. Ә алда 20 саҡрым тирәһе үтәһе бар. Ул ваҡытта тәпәйләмәйһең инде, йүгерә-атлай һыпыртаң... Кеҫәмә һалып алған майлы икмәгемде бер ҡаптым да юл ыңғайына елләнем. Абына-һөрөнә атай янына йүгерәм. Һуҡмаҡ эргәһендәге яңы эләккән төрткөләрҙе лә күрмәмеш булып, алға һыпыртыуымды беләм. Айыу осрап ҡуймаһын, тип ҡурҡам. Ҡыуыш янына килеп еткәндә көн кискә табан ауыша башлағайны. Ҡайтып еткәс, атайым алдында үҙемде айыу йыҡҡан батырҙарса тойоп, ҡыуыш эсенә кирелеп барып ятҡан булдым. Эстә бүреләр олоһа ла, һыр бирмәй генә теҙеп алып киттем күргән-кисергәндәремде. Табыш та арыу ине. Таҡта­ға ҡаҙаҡлай башлағайным, 37 бөртөк икән! Уларҙың да күбеһе бала сысҡан булып сыҡты. Ә уның бер тиреһе – 50 тин! Тимәк, мин кәмендә 13 – 15 һум тирәһе табышты кеҫәмә һалып ҡуясаҡмын! Әлбиттә, улай еңел генә түгел инде. Уны бит әле дөрөҫ итеп һаҡлап, тапшырыу урынына алып барып еткерергә кәрәк. Унда ла атайым эшләп алған аҡсаны бирәме, юҡмы әле. Шулай ҙа вәғәҙә итте. Ярай, уныһын аҙаҡтан хәл итербеҙ, ә әлегә мине бөйөк эштәр көтә.
Шулай итеп, тәүге тап­ҡыр яңғыҙым һунар итеп ҡайттым. Атайым маҡтап та ебәргәс, бөтөнләй маһайып киттем. Үҙемде батырҙарса тойоп, быға тиклем булған ҡурҡыуым бөтөнләй юҡҡа сыҡты. Булдыра алам, тигән тойғо сорнап алды күңелде. Быны һиҙгән атайым ваҡытты бушҡа үткәрмәүҙе аңлапмы, иртәгеһенә бергә эйәртенешеп йөрөмәҫ өсөн һуҡмаҡты уртаға бүлергә булды. Тағы яңғыҙыммы? Барыбер ҡурҡыта. Кисә генә үҙемде батыр итеп тойған инем, ҡабат маңҡа малайға әйләндем һымаҡ. Сөнки төнөн ҡыуышыбыҙ эргәһендә генә тайыш табан барҡылдап бер булды. Беҙ атайым менән утты һүндермәҫкә тырышып, оҙаҡ сөркөлдәшеп яттыҡ. Ул да үҙенең бала сағындағы ҡыҙыҡлы хәл-ваҡиғаларын һөйләне. Һуҡыр сысҡанға ла һунарға йөрөгән икән. Тик ул заманда тиреһенең хаҡы күпкә арзаныраҡ бул­ған. Ҡапҡандары ла йүнле булма­ғанға күрә, һуҡыр сысҡан­дың сыҡҡан юлына соҡор ҡа­ҙып, тимер һауыт ултыртҡандар. Ул ваҡытта көнөнә бер тап­ҡыр ҡараһаң да була ине, ти атайым. Сөнки тегеләр һауытҡа төшә лә шунда йыйыла барған икән. Бер яҡтан, йәтеш тә һымаҡ, ә инде икенсе яҡтан, күпме тимер һауыт кәрәк булған.
Шулай ята торғас, айыу ҙа тымды, беҙ ҙә йоҡоға талғанбыҙ. Ә иртән ҡояш ҡалҡып килгәндә генә уяндым. Атайым ҡыуышта юҡ ине. Ағас ботағында бер киҫәк гәзит бите генә эленеп тора. Унда бер таҙа ерен табып, ҡәләм менән: «Улым, мин Ҡолмасҡа киттем. Икмәк-фәлән алып киләм», – тип сыймаҡлаған. Был ауыл бар икәнен белә инем, тик ул ҡайһы тирәләрәк, алыҫмы? Әлбиттә, яҡын булмаған. Аҙаҡ белдем: атайым боронғолар йөрөгән тура юлдан барған икән, һуңынан үҙе әйтте. Уның ашарға эҙләп китеүенә шатландым, юғиһә, ҡапыл ғына аҙыҡ бөтөп китте, моҡсайҙа бер банка һары май ғына ҡалғайны. Уныһы ла бөтөр ине, әгәр әсемәһен тип, йылға буйына һалмаһаҡ. Әлдә ҡал­ған әле, әтеү, ауылға ҡайтып етә алмаҫ инем. Унда хәтлем 15 саҡрым араның яртыһын үттем тигәндә, күҙҙәрем ҡаран­ғыланып, быуындар тотманы ла ҡуйҙы. Атлайым тиһәм, бөгөләм дә төшәм. Шунан атайым банкылағы һары майҙы тотторҙо: «Мә, улым, ашап ҡара, шунда уҡ хәл инер», – тигән булды. Ә мин быға тиклем уны хатта икмәккә лә һылап ашағаным булманы. Атларға кәрәк бит, күҙемде йомдом да теге майҙы һоғондом. Оҙаҡ тамаҡтан үтмәй тор­ҙо. Мәгәр, ысынлап та, бер аҙ торғас, хәл инеп китте. Шунан һуң майҙың да ҡәҙерен белә башланым.
Ҡыуыш ҡына булһа ла, барыбер үҙенде үҙ өйөңдә һаҡлан­ған һымаҡ тояһың. Шуға ла мин бер нигә иғтибар итмәй, ут яғып, сәй ҡайнатырға самаланым. Шул ваҡыт эргәлә генә тауыш сыҡты. Уның ишетелеүе булды, ҡотом алынып, ағас башы­на менеп киткәнемде лә һиҙ­мәй ҡалдым. Абайлабыраҡ ҡараһам, балаһын эйәртеп мышы килеп сыҡҡан. Ул да беҙҙең торлаҡты күреп, ҡолаҡтарын ҡайсылап, текәлеп ҡарап тик тора.
«Ҡунаҡтарҙы» күргәс, күңелемә рәхәт булып китте. Айыу түгел бит сүтәки. Тынысланып, кире төшәйем тиһәм, менгән ағасымдың ботағы бөтөнләй юҡ икән дә. Бына һиңә, мә! Ҡай­һылай итеп бында үрмәләнем һуң? Тегеләй итәм, былай итәм, ә төшөрлөк әмәл юҡ. Һикереп төшөр инем, бейек кенә. Шулай арлы-бирле бу­лыш­ҡансы, йөкмәнеп атайым да ҡайтып етте. Мышы ла балаһы менән һыпыртты, ә мин һаман ағас бышында ултырам. Шулай ҙа атайыма һиҙҙертмәй, яйлап ҡына шылып төшөргә булдым. «Ай», – тип ҡысҡырып та өлгөрмәнем, дөбөр-шатыр ергә лә ҡоланым. Атайым да тертләп, ситкә тайпылды. «Нимә булды, улым?! Нимәңде ҡарап ул сыр яланғас ағас башына мендең?» – тип аптыраны үҙе. Атайым да ҡур­ҡып киткәйне. Мин хәлде һөйләп биргәс, эй, көлдө, эй, көлдө үҙе. Иң ҡыҙығы шул – аҙаҡтан был ағасҡа үрмәләп ҡарайым, менерлек түгел. Унлап мәртәбә маташҡанмындыр, яртыһына ла етә алманым. Бына бит ул үҙ-үҙеңде һаҡлау инстинкты ҡалай була икән.
Әҙерәк тәнем ауыртһа ла, һыр бирмәҫкә тырыштым. Сәй эсеп алғас, тиҙерәк ҡапҡандарыбыҙға ашыҡтыҡ. Кистән һөйләшкәнсә, икебеҙ ике яҡҡа киттек. Был мажаранан һуң ҡурҡыу тигән нәмә мине нығыраҡ сол­ғап алды. Япраҡ ҡыштырҙаһа ла, үлән бөгөлһә лә, ҡалтырауым бермә-бер арта төштө. Тиҙерәк ҡапҡандарҙы ҡарай һалып, ҡыуыш яғына һыпыртыуҙы ҡараным. Табыш та көндән-көн кәмей башланы. Атайым быны һиҙҙе. Бер көн ҡапҡандарҙы бергәләшеп ҡарап сығырға булдыҡ. Табыштың кәмеүен мин дә белә инем, бөтә бәлә ашы­ғып, ҡап­ҡандарҙы дөрөҫ ҡормауҙа икән. Атайым бар сысҡан юлдарын ҡарап, яңынан саталар ҡуйып, миңә өр-яңынан «дәрес» үткәрҙе.
Итек ҡунысындағы бысаҡтан тыш, көпә-көндөҙ май шәме тотоп йөрөгән саҡтар ҙа булғыланы. Йәнәһе, айыу уттан ҡур­ҡып ҡаса, имеш… Әлеге шул үҙ-үҙемде йыуатыу инде. Шулай үтте минең сысҡанға тәүге һунар. Табыш әллә ни күп булмаһа ла, 600 – 700 тирәһе төрткө тоттоҡ шикелле. Ул йылда миңә «тереләй» аҡса эләкмәне. Ә бына икенсе йылына атайым 150 һум бирҙе. Мин уға почта аша заманында популяр булған кассеталы «Электроника – 150» магнитофонын яҙҙырып алдым. Шул саҡтарҙа минән дә бәхетлерәк кеше булмағандыр! Йыр тыңлап, магнитофонды ҡосаҡлап йөрөй торғас, үҙемдең дә берәй музыка ҡоралында уйнарға өйрәнге килеп китте. Аҡса эшләгәс, уныһына ла форсат тейҙе. Бер мәл гитара ла алыр­ға булдым. Алты ҡыллыһы дефицит була торғайны. Шуға ла бер ваҡыт Инйәр ҡасабаһы магазинына һатыуға ете ҡыллы гитара алып ҡайтҡандарын ишеткәс, шунда һыпырттым. Хаҡы ла һаман иҫемдә – 28 һум. Алып ҡайтҡас, аҙбар артына сығып, эй, тегене сирткеләйем, ә көй сыҡмаған кеүек… Шунан ҡайҙандыр ишетеп ҡалып, әлеге лә баяғы почта аша «Самоучитель для игры на гитаре» тигән китабын да алырға булдым. Исеме бит үҙе әйтеп тора, «Самоучитель…». Минең уйымса, үҙе өйрәтә, йәнәһе. Почтанан квитанция килеү менән йүгерҙем тегендә. Хаҡы ла бит әле ул – биш һум. Барһам, почталағы апай ҙур ғына бер ҡапсыҡ тоттороп сығарҙы. Уның эсендә – нота яҙмалы ете-һигеҙ китап. Аптырап ҡалдым. Кәйефем төштө. Мин бит «до»-ны «ми»-нан айырмайым. Күпме тырышһам да, үҙемдән гитарасы килеп сыҡманы.
Шулай итеп, беҙ атайым менән мауығып китеп, яһап алған үҙ һуҡмағыбыҙҙан йыл һайын һуҡыр сысҡан тота башланыҡ. Тәүге йылда әҙерәк этләнеп, улар күп эләкмәһә лә, аҙаҡтан, йылдар уҙа бара, тәжрибә лә тупланды, һуҡмаҡ та ҡата башланы, төрткөләрҙең һаны ла бермә-бер артты. Был кәсебем килеп сыҡты.

Нур ҠӘҘЕРБАЕВ.
Белорет районы,
Йөйәк ауылы.

Автор:гәзите "Йәншишмә"
Читайте нас: