Улар сәхнәгә сығып баҫыуы була, зал "гөж" килә. Шулайҙыр, йырлағанда хатта үҙҙәре бейеп тә ала. Ҡыҫҡаһы, ҡарап туйғыһыҙ сығыш яһай был өс таған. Эйе, өс таған инде, улар үҙ-ара ла бик татыу һәм дуҫ бит. Араларында – иң ҙуры Азамат Йомағолов. Уға – 7 йәш. Мирас Алсынов – ғаиләлә икенсе бала. Әле уға – 5 йәш. Ә иң бәләкәй 4 йәшлек Баййегет Шаһыбалов – үҙе аҡыллы, шаян, тәртипле, итәғәтле бала. Йөҙөнән йылмайыу китмәгән малай тиңдәштәре менән дә тиҙ генә уртаҡ тел таба белә.
Видео: Илгизә Алсынова.
Ошо малайҙар хаҡында тулыраҡ гәзитебеҙҙең киләһе һанында уҡырһығыҙ.