-2 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Беҙ бәләкәй саҡтарҙа...
10 Апрель 2024, 15:24

Аты үлемдән ҡотҡарған

«Шайморатов генерал» йырын ишетһәм, күҙ алдыма ҡаһарман ҡартатайым һәм уның тоғро атының һыны килеп баҫа.

Ғәйзулла Ғафаров 1941 йылдың июнендә һуғышҡа китә, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы сафына баҫа. Үҙен күреп өлгөргән туғандарҙың әйтеүенсә, ул һуғыш тураһында һөйләргә яратмаған. Бары тик: «Бик күп кешеләр һәм аттар үлде», – тигән һәм тоғро атын һағынып илаған.
Сираттағы көслө бер алышта ҡартатайым, ҡаты яраланып, эйәрҙән ҡолап төшә. Ул тиҙ генә ҡарға күмелеп йәшенергә кәрәклеген аңлай, сөнки алыштарҙан һуң фашистар беҙҙең яралы һалдаттарҙы атып үлте­реп йөрөгән. Әммә йәшенеп өл­гөрмәй – иҫен юя. Бер мәл битенә ниндәйҙер йылы тын бәрелеүҙән уянып китә. Аты хужа­һын эҙләп тапҡан икән! Ҡарт­атайым теҙгенгә сат йәбешә. Артабан тоғро дуҫы уны урман эсенә һөйрәтеп алып барып йәшерә һәм ғүмерен ҡотҡара.
1943 йылдың ҡышында дивизия снаряд һөжүме аҫтында ҡала. Ҡартатайымдың «яуҙашы» – ҡыйыу аты һәләк була, ә үҙе ун көн буйы госпиталдә иҫһеҙ ята. Хирургтар уның тәненән 19 снаряд ярсығын табып сығара. Ғәйзулла Ғафаров артабан һуғышта ҡатнаша алмай, сөнки тома һуҡыр булып ҡала.
Яңылбикә ҡартәсәйем менән бергәләп 12 бала үҫтергәндәр. Күҙҙәре күрмәһә лә, ҡартатайымдың ҡулдары оҫта булған. Селек һепертке, миндек йый­ған, күп итеп умарта тотҡан, бесән сапҡан, орсоҡтар, бума­лалар, мал-тыуар аҙығы өсөн һауыттар эшләп һатҡан. Шулай уҡ тирә-яҡ ауылдарҙағы мәктәптәргә бик күп ҡурай һәм ҡумыҙ яһап бүләк иткән.
Мин ҡартатайым менән ғорурланам.

 

Ханнан ҒАФАРОВ, VIII синыф уҡыусыһы.
Баймаҡ районы, Ҡолсора мәктәбе.

Автор: Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас