

Һәр әҙәм балаһы олоғайған һайын ғүмеренең иң матур, хыялға иң бай, эскерһеҙ, бар донъяға һөйөү менән баҡҡан бәләкәй сағын иҫенә төшөрөп, хәтирәләргә бирелеп, бала саҡ иленә ҡайтып әйләнәлер. Мин Башҡортостаныбыҙҙың иң матур төбәгендә – ҡыйғыр бөркөттәр төйәк иткән бейек-бейек тауҙарға, бал еҫе аңҡып торған урмандарға, болондарға, сылтыр шишмәләргә, таштан ташҡа һикереп, йырлап аҡҡан йылғаларға бай Бөрйән районында тыуғанмын. Учалы районына килен булып төшөүемә 54 йыл булып киткән. Эйе, бала саҡ, атай-әсәй, туғандар, бергә уйнаған иптәштәр, синыфташтар, фәһемле тормош һабаҡтары биреп ҡалдырған инәйҙәр, бабайҙар иҫкә төшә. Бер нисәһе тураһында һеҙгә лә һөйләп үтәйем әле.
Миңә 4 йәштәр самаһы булғандыр. Оҙаҡ итеп тәҙрәнән тауға ҡарап торам. Бәй, һауа менән тау тоташҡан бит. Ҡайҙа, менеп һауаны тотоп ҡарайым әле, тип тауға менеп киттем. Тик һауа минән тотторманы, бик бейектә икән шул. Күңелһеҙ генә ҡайтып киләм. Шул саҡ миңә урмандан утын тейәп ҡайтып барған бер бабай осраны. Кем икәнен хәтерләмәйем. Ул:
– Ҡайҙа барҙың, ҡыҙым? – тип һораны.
– Тауға менеп, һауаны тотоп ҡарайым, тигәйнем, ул бик бейектә икән, – тип яуапланым.
Бабай бер аҙ уйланып торҙо ла:
– Кем белә, бәлки, һинең заманыңда һауаны тотоп ҡараған кешеләр ҙә булыр, – тине.
Элек ауылға йәш килен төшһә йә апайҙар кейәүгә сыҡһа, бөтә балалар өсөн оло ҡыуаныс, байрам булыр ине. Ул беҙгә туғанмы, түгелме, уныһын һорашып тороу юҡ, өйрөлөшөп еңгәләрҙән – ҡулъяулыҡ, еҙнәләрҙән аҡса һорарға барабыҙ. Миңә биш-алты йәштәр самаһы булғандыр. Бер көндө әсәйем ҡайтып керҙе лә:
– Шәмсинур апайың кейәүгә сыҡҡан, еҙнәңдән аҡса һорарға бар. Уны алып ҡайтһаң, үҙемдән дә ҡушып, һиңә тәмле кәнфиттәр алып бирермен, – тине.
– Юҡ, бармайым, оялам бит, – тигән булам.
Әсәйем тиҙ генә һинд сәйенең аҡ ҡағыҙын алды ла химик ҡәләмде төкөрөкләп тороп, ҙур итеп «Еҙнә, аҡса бир!» тип яҙып, бәлтәмдең түшенә тегеп тә ҡуйҙы.
Мин урам буйлап эре генә китеп барам, баш юғары, танау күтәрелгән. Юлда иң беренсе һүҙгә һаран ғына Һаҙый бабайым осраны. Ул түшемдәге яҙыуҙы уҡыны ла кеткелдәп көлә-көлә китеп барҙы. Һәр осраған кешене аптыратып бөттөм. Шулай итеп, кешеләрҙе көлдөрә-көлдөрә, Шәмсинур апайым йәшәгән өйгә килеп индем. Йорт эсе ҡунаҡтар менән туп-тулы. Улар ҙа минең түштәге яҙыуҙы уҡып рәхәтләнеп көлдө.
– Еҙнәңдән аҡса һорарға килдеңме? Улай булғас, тәүҙә еҙнәңдең сәсен һыйпа әле, – тиҙәр. Еҙнә аҡсаһына әсәйем, тәмле кәнфит алып бирәм, тине бит. Нишләйһең? Теләмәһәм дә, һыйпаным сәсен. Ул миңә күп итеп тинлек аҡсалар бирҙе. Әсәйем магазиндан тәмле кәнфиттәр алып ҡайтты.
Эй, хәйләһеҙ, бер ҡатлы ғына, күңелсәк сабый саҡ... Һине нимә тип кенә алдаһалар ҙа ышанып ҡына бараһың.
Бер көн шулай әсәйем ҡустым менән мине: «Барығыҙ, уйнап килегеҙ», – тип инәйемдәргә ебәрҙе. Беҙ ҡыуана-ҡыуана сығып киттек. Уйнап туйҙыҡ, ҡайтҡы килә башланы бит. «Ҡайтабыҙ», – тип мыжыйбыҙ, һуң ғына килеп алдылар. Өйҙә беҙҙе сюрприз көткән икән. «Бына һылыуығыҙ һеҙҙе көтөп ята», – тип яңы тыуған йомроҡас ҡына бәпәйҙе күрһәтте кендек әбейе Мәхүп инәй. Беҙ аптырап киттек.
– Ҡайҙан алдығыҙ ул бәпәйҙе? – тип һорайбыҙ.
– Ағып килә ине, мәкенән тотоп алдыҡ, – тиҙәр.
Эй, ышанған булдыҡ. Мәкенән барып бәпәй тотоп алыу тураһында хыяллана башланыҡ. Бер көн минән ике йәшкә оло Флүрә апай менән киттек Нөгөшкә. Беҙ ҙә бәпәй тотоп алырға булдыҡ.
Мәке янында икебеҙ ике яҡтан һуҙылып ятып алдыҡ. Эй, көтәбеҙ бәпәйҙәрҙең ағып килеп сыҡҡанын, эй, көтәбеҙ, ә улары һаман да юҡ та юҡ.
– Мин малайын алам, һин ҡыҙын ал, – тип һөйләшәбеҙ.
Ни хәтлем көтһәк тә, бәпәйҙәр йөҙөп килеп сыҡманы. Өшөп бөттөк, тештәребеҙ тешкә теймәй ҡалтыранабыҙ. Шул саҡ күрше Әминә апай һыу алырға килде.
– Нимә эшләп ятаһығыҙ? Өшөп бөткәнһегеҙ бит, мәкегә төшөп ағып та китерһегеҙ әле, – тине ул аптырап. Танауҙарыбыҙҙы мыш-мыш тартып:
– Бәпәй тотоп алырға килгәйнек, – тигән булабыҙ. Әминә апай һыны ҡатып, шарҡылдап көлөргә тотондо.
– Һеҙҙе әсәйҙәрегеҙ алдаған бит, мәкелә бәпес буламы ни. Ул әсәйҙәрҙең эсендә була бит, – тимәһенме.
Өйгә шым ғына ҡайтып индем.Танауҙан аға, аяҡ-ҡулдар туңған. Мине күргәс, шаҡ ҡатып:
– Был хәтлем дә өшөп туңғансы ҡайҙа йөрөнөң? – тип һоранылар.
– Мәкегә бәпәй тотоп алырға барҙыҡ, һеҙ – бөтәгеҙ ҙә алдаҡсылар. Мәкенән бәпәй ағып килмәй, ул әсәйҙәрҙең эсендә була икән, – тип илап ебәрҙем. Ололар бер-береһенә ҡарашты ла шымып ҡалды.
Беҙ бәләкәй саҡтарҙа әллә ни уйынсыҡтар ҙа булманы бит. Үҙ ғүмеремдә бер генә тапҡыр ҡурсаҡ тотоп уйнаттым, атайым һалға сыҡҡанда алып ҡайтҡайны. Һуңынан туғандарыма үҙем ҡурсаҡтар тегеп бирҙем. Кәүҙәһенә, аяҡ-ҡулдары эсенә сепрәк-сапраҡ тыҡтым, башына бәрәңгене ҡуйҙым да, аҡ сепрәк менән тышлап, күҙ, ҡаш, танау, ауыҙын, ҡолаҡтарын ҡәләм менән һыҙып эшләп ҡуйҙым, сәс урынына һарыҡ йөнөн йәбештерҙем. Ҡурсағым һатыуҙыҡы һымаҡ матур килеп сыҡманы, етмәһә, баҫып та тора алмай, быуынһыҙ ғына булды. Шулай ҙа туғандарымды әүрәтергә яраны. Улар әле лә шул ҡурсаҡтарымды иҫтәренә төшөрөп көлөп ала.
Ҡайын бәшмәктәрен – һыйыр, ат, тубырсыҡтарҙы һарыҡ-кәзәләр итеп уйнатыр инек. Уларҙы индереп бикләп ҡуйырға хатта «кәртә-ҡураларыбыҙ» ҙа булды. Үләнде йолҡоп, кәбән итеп ҡойоп, «малдарыбыҙ»ға ҡышҡылыҡҡа етерлек бесәнен дә әҙерләп ҡуя торғайныҡ.
Ҡорт баҡсаларыбыҙҙа йәшник умарталарыбыҙ ҙа, түмәрҙәре лә күп. Түмәр умарталарҙы көнбағыштың һабағынан эшләп алыр инек. Уларҙың кейәләре лә, ҡапҡастары ла бар. «Бал ҡорттары» айырған ваҡытта ситкә осоп китмәһен өсөн һарыуыстар ҙа эшләп ҡуйылған. Ҡыҫҡаһы, «бик бай йәшәйбеҙ». Ололар беҙҙе: «Шуны биреп тор, быны биреп тор», – тип уйнамағыҙ. Бөтә нәмәгеҙ ҙә бар. Кеше уйнағанда нисек булһа, тормошо ла шулай була», – тип өйрәтте. Кәнсир һауытын ҡаҙан итеп ултыртып, хатта мейес тә яһап ҡуйҙым.
Кәнфит ҡағыҙҙары аҡса ролен үтәне. Матур биҙәкле сынаяҡ ярсыҡтары иң матур «сәй сервиздары» булды. Эй, «ҡунаҡҡа» саҡырышыр инек.
Бер ваҡыт ауылыбыҙҙың магазинына төрлө-төрлө уйынсыҡтар килтергәндәр икән. Әсәйем беҙгә күп итеп шарҙар, пирамида һатып алып бирҙе. Шарҙарыбыҙ тиҙ генә шартлап бөттө лә ҡуйҙы. Мин: «Ҡурсаҡтарҙы тегеп була, ә бына уны нисек итеп эшләргә икән, тегеп булмай бит инде, тыны сыға ла ҡуя», – тип баш ватам. Шунан бер инәй:
– Малдың ҡыуығынан эшләп ҡара, – тип кәңәш бирҙе.
Ҡасан һуғым һуя башларҙар икән, тип түҙемһеҙлек менән шул мәлде көтә башланым. Шарҙы эшләй алһам, матур төҫкә буяп уйнатыр инем, тип хыялланам. Бына, ниһайәт, көткән ваҡыт килеп тә етте. Һарай артында һуғым һуялар. Өлкәндәрҙән:
– Үгеҙҙең ҡыуығы ҡайҙа? – тип һорайым.
Аяҡ аҫтында буталып йөрөмәһен, тигәндәрҙер инде, ул һиңә нимәгә кәрәк, тип һорап та торманылар, ҡыуыҡтың ҡайҙа ятҡанын күрһәттеләр. Уны башҡаларынан айырып алдым, эсендәге һаҫыҡ шыйыҡсаһын да түктем, йыуып, киптерергә элеп ҡуйҙым. Ҡыуыҡ оҙаҡ ҡына торҙо, шунан ит һымаҡ нәмәләрен һыҙырып алғайным, йоҡа ғына булып ҡалды. Тын тултырайым, тип өрөп ҡараһам, ҡыуығымдан һыҡра еҫе сыға. Ҡабат-ҡабат йыуып, тын тултырып ҡарайым, һаман да һаҫыҡ. Матур итеп буяп, тын тултырып шар итеп уйнатырмын, тигән хыял тормошҡа ашманы, ҡыуыҡты ташларға мәжбүр булдым.
Яҙ етһә: «Ура, ҡара ер күренде!» – тип итектәрҙе сисеп, ялан аяҡ Аратау башында бер итеп йүгереп алыр инек. Ҡыҙҙар мак уйнай, малайҙар бура һуға. Яңы ғына ҡарҙан әрселгән тау буйлап ялан аяҡ йүгереп уйнап, нисек ауырыманыҡ икән, тип аптырайым.
Нөгөштән ҙур-ҙур боҙҙарҙың бер-береһенең өҫтөнә менеп шаулап, шатырлап ағып китеүен ҡарап тороу үҙе бер кинәнес булды. Бөтә халыҡ Аратауға йыйыла, йәштәр иң бейек суҡайып торған еренән урын ала, ололар, бала-сағалар һөҙәгерәк ерҙе һайлай. Йәш-елкенсәк уйын ойоштороп ебәрә.
Нөгөш буйы төрлө-төрлө буяҡ таштарға бай. Улар менән дүрткел формаһындағы матур итеп биҙәктәр ҙә эшләнек. Нөгөштә һыу инергә яйлы, тәрән генә урындар ҙа күп кенә. Һыу төбөнән матур таштар табып сығарыу, тулҡын бәреш уйнау, йыраҡҡа йөҙөп ярышыу, һыу аҫтында тын алмайынса оҙаҡ ултырыу оноторлоҡмо ни?!. Тереләй йотомос балыҡты йотһаң, шәп йөҙәһең, тип уларҙы ла күп йоттоҡ.
Һуғыштан һуң да халыҡтың тормошо әллә ни еңел булманы. Үҫә төшкәс, беҙҙең быуын балалары ғаилә хәлен еңеләйтеүҙә ата-әсәләребеҙҙең төп ярҙамсылары булды. Атайым менән ҡарағай ябырға йөрөнөм. Туғандарым менән бал ҡорттары айырған ваҡытта күҙ яҙҙырмай, күстәрҙе ҡарауыллай торғайныҡ. Мәктәпкә ҡышҡылыҡҡа утын да әҙерләнек, баҡсаһында ла, үҙебеҙҙә лә йәшелсәләр үҫтерҙек, питомникка ҡарағай утарға ла барҙыҡ. Көҙ көнө атайым менән солоҡтарҙы ҡарап бал алып ҡайтыуҙар онотолмаҫ матур хәтирәләр булып ҡалды. Арҡанға бәйләп уға өҫкә кәрәкле әйберҙәрҙе ебәреп торорға ярайым инде. Атайым ҡарағайға менер алдынан яҫы ғына туҙҙы йәйеп һалып ҡалдырып, ҡалын ғына гәрәбәләй балды шунда төшөрә башлай. Үҙе юғарыла батманға бал ала, ә мин ерҙә рәхәтләнеп һыйланам.
Атайҙар леспромхозда эшләне, ҡырҙа ағас ҡырҡты. Мин өсөнсө синыфта уҡығанда уҡ әсәйем менән ҡап һуға башланым. Бигерәк бәләкәй инем. Ҡатындар әсәйемә: «Ғәйшә, ҡыҙың бәләкәй генә бит, һоҫаң менән күҙен тишә төртөп ҡуйма», – тип иҫкәрткәндәре хәтерҙә. Төшкә тиклем биш ҡап алабыҙ ҙа мин уҡырға китәм. Мәктәптән ҡайтҡас, тиҙ генә дәрес әҙерләйем дә шөтө әҙерләп, ҡустым менән ситлек үрергә тотонабыҙ. Әсәйем йүкә яра, ҡап төпләй. Ял көнө ун ҡап һуғабыҙ. Шул саҡтағы ҡара тәрилкә радионан тапшырылған спектаклдәр, йырҙар тыңлау ныҡ иҫтә ҡалған, бейеү көйө яңғыраһа, бейеп китер инем.
Үҫә төшкәс, йәй көндәре ғаиләбеҙ менән сайырҙа эшләнек, атайым һыҙа, беҙ, балалар, йыябыҙ. Яулыҡты сәс сығып тормаҫлыҡ итеп бәйләйбеҙ. Сайырлы ҡулың менән яңылыш сәсеңде һыйпаһаң, таҙартып алырмын тимә, йәбешә лә ҡуя. Ярай әле ҡулда сайырҙың аҡҡан юлын таҙарта торған бысаҡ, биҙрә бар. Ағас бейек булһа, баҫҡысын да тотоп алаһың. Бысаҡ менән сайырҙың аҡҡан юлын таҙартып бараһың, ул воронканан ситкә аҡһа, һыҙыусының эше юҡҡа сыға, план үтәлмәй. Һәр беребеҙ үҙенә һыҙат алып, сайыр йыйырға тотонабыҙ.
Шулай бер ваҡыт Хәмдиә һылыуым эш менән булғанда кемдер берәү мөңгөрләп өндәшкән һымаҡ булған. Ул атайым икән тип уйлаған, артына боролоп ҡарамайынса ғына хәбәр һөйләгән. Бер заман ах та ух итеп Мөхәмәт ҡустым сабып килеп еткән дә:
– Әле генә эргәңдән айыу үтте бит, – тигән. Хәмдиә һылыуым:
– Ниндәй айыу булһын, атайым эргәмә килеп хәбәр һөйләп китте, – ти икән.
– Ҡара, атайым ҡайҙа йөрөй һуң, – тип бөтөнләй ҡаршы яҡты күрһәткән ҡустым.
Ярай әле һылыуым артына боролоп ҡарамаған, айыуҙы күрһә, йөрәге ярылыр ине. Беҙ әле лә иҫкә төшөрөп: «Беҙҙең Хәмдиә шул тиклем батыр бит ул, айыуға «атай» тип хәбәр һөйләгән кеше әле ул», – тип көлөп алабыҙ.
Йәйге каникулда ҡайһы саҡ миңә Мәҡсүт ауылында йәшәгән Аҫылбикә өләсәйемә ҡунаҡҡа барыу бәхете тейҙе. Унда туғандарым шул тиклем күп, һәр ғаиләлә етешәр-һигеҙешәр бала. Бәләкәй булыуыма ҡарамаҫтан, өләсәйем миңә ҡунаҡ күрһәтеп алған була. Шундай күңелле, рәхәт! Ҡыуанысымдың сиге юҡ. Ғәлиәкбәргә ҡайтҡансы өй беренсә йөрөп ҡунаҡ булам. Иҙелдә күгәренеп бөткәнсе һыу инеүҙәрҙе әйтеп тораһы ла юҡ инде. Бер көндө Нөгөштәге һымаҡ йөҙөп ҡарайым, тип өләсәйемдең кәритәһен алып килдем. Уға ултырып һыуҙан китеп бара инем, Ғәфүр ҡустым арттан килеп тотонғайны, кәритәм түңкәрелеп, һыу төбөнә төштө лә китте. Иҙел тәрән бит, эҙләп ҡараһаҡ та таба алманыҡ. Өләсәйемдән эләгер инде, тип ҡайтырға ҡурҡып ҡына ултырам. Ҡарап ебәрһәм, өләсәйем үҙе килә. Бөтәһе лә хор менән:
– Ҡыҙың кәритәңде ағыҙҙы, – тип ҡысҡырып ебәрҙе.
– Әй, әттәгенәһе, – тине лә өләсәйем мине алып ҡайтып китте. Әрләшеү түгел, бер ваҡытта ла уның асыуланғанын да күрмәнем. 12 һум ғына пенсия ала торғайны. Өләсәйемә ҡайһылай ҙур зыян эшләгәнмен...
Миңлеғол бабайымдарҙың картуф баҡсаһының артынан ғына Вашаш йылғаһы аға. Беҙ, ыбыр-сыбыр балалар, шунда балыҡ тоторға төшәбеҙ. Бер ағас башына менеп ҡарағайным, ундағы балыҡтың күплеге, ҡаҙан эсендә ҡайнайҙармы ни! Һәр беребеҙҙең ҡулыбыҙҙа ҡармаҡ, бына балыҡ тота башланыҡ. Ниңәлер сабаҡ ҡына эләгеп тик тора. Мин бер ҡумырыҡ аҫтына ҡармағымды ырғытҡайным, ҙур бәрҙе эләкте. Туғандарым ҡыуанышып эргәмә йыйылып китте. Мин урталарында герой һымаҡ баҫып торған булам. Әһә, тағы ла шул ҡумырыҡ аҫтынан ҙур бәрҙе тотайым әле, тип ҡармағымды ырғытып ебәреүем булды, артымда берәү: «Апай, апай», – тип ҡысҡырғанға әйләнеп ҡараһам, Ғәфүр ҡустымдың ауыҙына ҡармаҡ эләктергәнмен икән. Нәзир ағайым:
– Ҡайһылай балыҡтың ҙурын тотҡанһың, – тип минән көлә. Үҙе әллә нисек кенә итеп – ауырттырмай ғына ҡустымдың ауыҙынан ҡармаҡты ысҡындырып алды.
«Тормош – диңгеҙ, ғүмер – аҡҡан һыу», – тигән боронғолар. Ғүмер үткән һайын, бала саҡ – баллы саҡтар һағындырып иҫкә төшә. Атайың, әсәйең, сыр-сыу килеп бергә уйнаған туғандарың, иптәштәрең, һыу ингән йылғаларың, еләк йыйған хуш еҫле сәскәле болондарың, зәңгәр тауҙарың төштәргә керә...
Шәһүрә ӘХМӘҘИЕВА.
Учалы районы.