+26 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Бөгөн беҙҙә ҡунаҡта
10 Сентябрь 2021, 10:15

Беҙҙең Хоттабыч

Шәһит Хамматов Әбйәлил районының Буранғол ауылында тыуған. Йәштәр театры актёры.

Беҙҙең Хоттабыч
Беҙҙең Хоттабыч

Ул беҙгә «Һылыуҡай», «Йәшлек-шоу», «Сәләм, студент!» һәм башҡа сараларҙы, «Башҡортса караоке» телевизион тапшырыуын алып барыусы, «Тамыр» телеканалы әкиәттәрендә ҡатнашыусы һәм «Өфө-Арена»ла хоккей барғанда Хоттабыч булараҡ та яҡшы таныш. Бөгөн артист «Йәншишмә»лә ҡунаҡта.

Тыуған көнө: 1987 йыл, 1 ғинуар.
Яратҡан китабы: психология тураһында китаптар.
Яратҡан фильмы: «Властелин колец», совет фильмдары.
Яратҡан төҫө: йәшел.
Яратҡан ризығы: бишбармаҡ.
Яратҡан йыл миҙгеле: ҡыш.
Тормош девизы: мыжымаҫҡа, зарланмаҫҡа, бошонмаҫҡа. Аяҡ-ҡулың бар, күҙең күрә, ҡолағың ишетә икән, алға ла алға! Рәхәтләнеп, донъяның ҡәҙерен белеп йәшәргә кәрәк.

– Шәһит, һин, моғайын, бала саҡта ла шуҡ булғанһыңдыр ул. Ниндәй уйындар уйнап, ниндәй китаптар уҡып үҫтең? Ғаиләлә нисә бала инегеҙ? Оҫта ҡуллы Әлфиә һәм Гөлфиә Хамматовалар бер туғандарыңмы?
– Бала сағым бик күңелле үтте. Баш­ҡорт халыҡ әкиәттәрен яратып уҡый торғайным. Ысынлап та, тиктормаҫ, шаян булдым. Балалар баҡсаһында һуғыш суҡмары инем. Бутҡа ярата һәм йырларға әүәҫ була торғайным. Бер ваҡыт Батыр исемле бер апам (беҙҙә атай-әсәй­ҙән өлкән ир кешене шулай тип йөрөтәләр) үҙебеҙҙең ауылдан Сибайға тиклем «Запорожец»ына ултыртып алып барғайны. Юлда саҡта ул: «Шәһит ҡус­тым, әгәр ҙә йырламаһаң, төшөрөп ҡалдырам», тигәс, ҡалаға тиклем бер туҡтамай йырларға тура килде. Бесәндә таяҡ тотоп, мотоциклда йөрөгән кеүек атланып йүгерә, йәшенмәк, ун ике таяҡ уйнай торғайныҡ. Ҡаҙҙарҙы, һарыҡтарҙы баҫтыра инем. Уҫал ҡаҙҙан нисек ҡурҡмағанмындыр?
Беҙ ғаиләлә биш бала үҫтек: 3 ҡыҙ, 2 малай. Ә Әлфиә һәм Гөлфиә Хамматоваларға килгәндә, улар – минең ике туған һеңлеләрем. Бергә үҫтек. Бергәләп сиғандарҙан йәшенә торғайныҡ. Ҡурҡ­ҡанбыҙҙыр инде. Бер ваҡыт уларҙан ҡасып, ҡойма аша һикереп, өсөбөҙ ҙә кесерткән өҫтөнә барып төшкәйнек, шул бөгөнгөләй күҙ алдында тора. Һеңлеләремде мәрәкәләп алырға ярата инем. Бер саҡ йәшенмәк уйнап йөрөгәндә бүрәнә араһына йәшендем дә ҡыбырламай, үлгән кеше кеүек, тик ятам. Былар икәүләп эҙләп табып алдылар ҙа ҡур­ҡыш­тарынан сәрелдәп илаша башламаһындармы?! Бала сағымда ҡыҙыҡтар, мәҙәктәр, мажараларым күп булды инде.
– Мәктәп йылдарың тураһында ла әйтеп үт әле.
– Мин бит I синыфта ғына ауылда уҡыным да шунан интернат балаһына әүерелдем. Ике йыл Сибайҙа махсус музыка колледжының филиалында уҡыным, ә икенсе йылына әсәйем Өфөләге махсус музыка колледжына урынлаштырҙы.
– Тимәк, һине әсәйең сән­ғәт донъяһына алып килде?
– Эйе. Уҡырға ингәндә ул миңә, нимә тип һораһалар ҙа, һәр ваҡыт: «Эйе», – тип яуап бир, тип өйрәтте. Шулай эшләнем дә. Комиссия алдында «Әсәйҙең доғалары»н йырланым. Баһалама ағзалары араһында Наил Ғәйетбай бар ине. Йырлап бөткәйнем, сәпәкәй итте лә, йә әле, тағы йырлайһыңмы, тигәс, аптырап торманым. Йәнә йырланым. Был ағай, ә баянда уйнай беләһеңме, тип тә ҡыҙыҡһынды. Әсәйемдең һүҙе иҫкә килеп төштө лә, эйе, тигән булам. Ул ҡабатлап һорай, ысынлап та, уйнай беләһеңме? «Эйе», – тип һүҙемдә ныҡ торам. Сыҡтым да әсәйемдән һорайым: «Баян нимә була ул?» Бына шулай сәнғәт юлына аяҡ баҫтым.
– Ә хәҙер ниндәй музыка ҡоралдарында уйнай беләһең?
– Баян, фортепьяно, кларнет, ҡурай, ҡумыҙ, гитарала.
– Ҡайһы уҡытыусыларыңа айырыуса рәхмәтлеһең?
– Сибайҙа тәүге уҡытыусым Мансур ағай Бакиров, Өфөлә баяндан уҡытҡан Виктор Ярцев, пианинола уйнарға өйрәткән Рәйлә Шәйхетдинова, кларнет буйынса Әлфир Шмельков, Ғаяз Алтыншин, Таңсулпан Бабичевалар тормошомда мөһим роль уйнаны. Сибай­ҙағы тәрбиәсем Зәкиә Низам ҡыҙына рәхмәтлемен. Тыуған ауыл, өй ныҡ һағындыра торғайны, ул мине хат яҙырға өйрәтте. Һәр һөйләмдә «әсәй» һүҙен ҡатнаштырып, нисек итеп тәүге һағыныу хатын яҙғаным әле һаман иҫемдә.
– Театрҙа беренсе ролең ниндәй ине?
– Мостай Кәрим әҫәре буйынса ҡуйылған спектаклдәге Кендекте уйнаным. Ул образ мине ябай, эскерһеҙ булырға, тормоштоң ваҡ-төйәк мәшәҡәттәренә иғтибар итмәҫкә өйрәтте. Был беҙҙең диплом спектакле ине, уны театр сәхнәһенә күсерҙек. Беҙ сәнғәт институтында Салауат Юлдашбаев, Ләйсән Мәзитова, Роберт Йыл­ҡыбаев, Илгиз Таһиров, Лилиә Исҡужина һәм башҡалар менән бергә Милли йәштәр театры өсөн әҙерләнгән махсус курста уҡыныҡ бит.
Бар күңелемде һалып эшләгән ролдәремдең береһе – Сыңғыҙ Айтматовтың «Диңгеҙ ярын иңләй ала эт» тигән әҫәрендәге Кириск исемле малай. Бының өсөн Шәйехзада Бабич премияһына ла тәҡдим иткәйнеләр. Олатаһы, атаһы, ағаһы һәм Кириск диңгеҙгә һунарға сыға һәм томан төшөп, улар аҙаша. Сәғәт ярымлыҡ спектаклдә ва­ҡиғалар ошо карапта ғына бара. Унда тоҡомдо бөтөрмәҫ, был малайҙы иҫән ҡалдырыр өсөн тырыша өлкәндәр.
Был ролемде атайыма бағышланым, унһыҙ ҡалғанда миңә биш кенә йәш ине. Шуғалырмы Кирискты йөрәгем аша үткәреп уйнаным. Ошо ролде миңә ышанып тапшырған режиссёрға рәхмәтлемен. Спектакль мине трагик герой булараҡ асты. Ни тиһәң дә, халыҡ үҙемде шаян кеше итеп, комик ролдәрҙә күреп өйрәнгән бит.
– Һин урыҫ телендәге спектаклдәрҙә лә ҡатнашаһың, шикелле...
– Театрыбыҙҙа башҡорт һәм урыҫ труппалары булһа ла, бик бүленмәйбеҙ. Күмәк сәхнәләрҙә беҙ урыҫса тамашаларҙа ҡатнашһаҡ, башҡорт спектаклдәренә урыҫ труппаһы актёрҙары ла саҡырыла. Коллективыбыҙ бик татыу, бер­ҙәм.
– Хоккей көйәрмәндәре Шәһит Хамматовты Хоттабыч булараҡ яҡшы белә. Был кемдең идеяһы ул?
– Кемдер мине, Хоттабыч, тиһә, туғандарым Хамматыч, тип тә ебәрә. Хоккейға элек тә йөрөй торғайным. Боҙ һарайы менән килешеү төҙөлгәс, берәй образ алып кил, тигәйнеләр. Театрға ла реклама кәрәк бит, ә «Өфө-Арена»ға халыҡ бик күп йөрөй. Ошо бабай булып килдем. Шул көндө беҙҙең хоккейсылар еңде лә ҡуйҙы. Икенсе тапҡыр саҡырғанда «Аҡ Барс» менән уйнағайнылар. Тура эфирҙа, беҙҙекеләр еңә, тинем дә нисәгә нисә икәненә тиклем әйткәйнем, нимәһе ҡыҙыҡ: шулай булды ла ҡуйҙы! Бөтәһе лә аптыраны, күтәреп алып йөрөттөләр, ҡыҙыҡ булды инде. Балалар эргәмә килеп, һаҡалды тартып ҡарай. Шунан һуң бүтән ҡалаларға ла саҡыра башланылар. Силәбе, Ҡазан, Санкт-Петербургта булдым. Әлбиттә, спектаклдә уйнаған сағымда Хоттабыч хоккейға бара алмай инде.
– Әле Йәштәр театры ниндәй пландар менән йәшәй?
– Берәй баш­ҡорт халыҡ әкиә­тен сәхнәләштереүгә тотонорға уйлайбыҙ.
Йәштәр өсөн дә тәрбиәүи әһәмиәткә эйә бул­ған спектакль әҙерләмәксебеҙ.
– Һинең сәхнәнән тыш тағы ниндәй яратҡан ғына шөғөлдәрең бар?
– Мин өй йыйыштырыр­ға ла яратам ул. Иҙән йыуып алһам, күңелгә рәхәт булып ҡала. Театрҙа рояль бар, шунда яңғыҙ ғына уйнап ултырырға, көйҙәр сығарырға әүәҫмен. Әлбиттә, тыуған яҡҡа ҡайтырға яратам. Беҙҙең ауылда бәйләнеш юҡ, рәхәт, аяҡҡа – галош, өҫкә фуфайка кейеп, өй алдындағы эскәмйәгә сығам да бер 15 минут ултырһам, күңелем була. Ял ваҡыттарын ғаилә менән тәбиғәт ҡосағында уҙғарырға өйрәнгәнбеҙ.
– Беҙҙең уҡыусыларға ниндәй әйтер теләктәрең булыр?
– Балалар туған телде яратһын. Баш­ҡорт теле башҡорттарҙан башҡа бер кемгә лә кәрәк түгел. Күберәк уҡыһындар, спорт менән шөғөлләнһендәр, тышта саф һауала уйнаһындар. Ә атай-әсәй­ҙәр балаларына матур, йылы һүҙҙәрен йәлләмәһен, ҡыҙҙары, улдары менән көн һайын һөйләшеп, аралашып алырға ваҡыт тапһындар ине.
– Ихлас яуаптарың өсөн рәхмәт! Ижади уңыштар юлдаш булһын һиңә!

Эльвира ӘСӘҘУЛЛИНА һөйләште.

Беҙҙең Хоттабыч
Беҙҙең Хоттабыч
Беҙҙең Хоттабыч
Беҙҙең Хоттабыч
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: