+20 °С
Дождь
VKOKTelegram
Бөгөн беҙҙә ҡунаҡта
15 Декабря 2021, 11:15

Президент Таняны боҙ шоуына саҡырған

Рәсәйҙә "Теләктәр шыршыһы" акцияһы дауам итә. Был сара барышында етем, сирле, аҙ тәьмин ителгән ғаилә балаларының, һаулыҡтары бик насар булған өлкәндәрҙең Яңы йыл хыялдары тормошҡа ашырыла. Президент Владимир Путин да өс балаға иң ҙур теләктәрен ысын итергә ярҙам итә. Уларҙың береһе Ставрополь крайынан 13 йәшлек Таня Троценконың Мариин театрында "Аҡҡош күле" спектаклен ҡарау хыялы тормошҡа ашты ла инде.    

Президент Таняны боҙ шоуына саҡырғанПрезидент Таняны боҙ шоуына саҡырған
Президент Таняны боҙ шоуына саҡырған

Ҡыҙ ауыр сирҙән дауаланырға Санкт-Петербургҡа килгән һәм кисә театрға ла барған.  Владимир Путин Таняны "Аҡҡош күле" буйынса боҙ шоуына ла саҡырған. Был турала ул телефондан һөйләшкәндә хәбәр иткән. "Яңы йыл хыялың тормошҡа аштымы? Әгәр теләгегеҙ һәм ваҡытығыҙ булһа, минең һеҙгә тағы бер тәҡдимем бар. Мәскәүгә килеп, "Аҡҡош күле" буйынса фигуралы шыуыу шоуын да ҡарауығыҙҙы ойошторорға мөмкин", - тип телефонды ҡыҙҙың әсәһенә биреүен һорай. 

Әлбиттә, әсәле-ҡыҙлы был тәҡдимде ҡыуанып ҡабул итә.

Фото: интернеттан.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас